Йәмғиәт
31 Март 2021, 05:00

Әлиә Египетҡа китте

Ҡыҙҙы иркәләп “беҙҙең ҡошсоғобоҙ” тип атап йөрөткәндәр...

Благовар районының Языков ауылында тыуып үҫкән 20 йәшлек Әлиә Ураҙмәтова “Мисс Экология Мира-2021” халыҡ-ара конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Ҡыҙ әле Египетта тәүге һынауҙарға әҙерләнә.
Өләсәһе Венера Асаева әйтеүенсә, ҡыҙ ике йәштән бейергә яратҡан, уны иркәләп “беҙҙең ҡошсоғобоҙ” тип атап йөрөткәндәр. Әлиә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән.
Ул һаман да бейеү менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Мисс грация” һәм “Мисс Эко Башҡортостан-2021” исемдәренә лайыҡ булған. Әлиәгә халыҡ-ара конкурста уңыштар теләйбеҙ!
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас