“Йәш гвардия” әүҙемселәре һәм ирекмәндәр Өфө районының Алексеевка ауылында йәшәгән пенсионерға ярҙам иткән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Изге эш” (“Добродел”) проектына ярашлы, 81 йәшлек Екатерина Овчинникованың йорт ихатаһындағы, ҡыйығындағы ҡарҙы таҙартҡан.
Оло йәштәге ханым “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәгенә шылтыратып үтенесен белдергән. Ул ихатаһын ҡарҙан үҙаллы таҙарта алмауын әйткән, веранда ҡыйығы ҡар ауырлығын күтәрмәҫ, тип ҡурҡҡан.
“Йәштәргә рәхмәт, улар ҙур эш башҡарҙы. Тиҙҙән йылытһа, яратҡан сәскәләремде сәсәсәкмен”, - ти Екатерина Овчинникова.
Ирекмән Әнүәр Рәхмәтуллин әйтеүенсә, “Изге эш” проекты кешеләргә хужалыҡ буйынса проблемаларын хәл итешеү өсөн ойошторолған. Мәҫәлән, магазинға аҙыҡ-түлеккә барыу, аҡҡан кранды йүнәтеү, иҙән, һауыт-һаба йыуышыу һәм башҡалар.
Екатерина Кузьминичнаға ирекмәндәр тағы ла килергә вәғәҙә биргән, сөнки уға йәштәрҙең ярҙамы кәрәк буласаҡ әле.
“Изге эш” проектында ирекмәндәр ҙә, профилле белгестәр ҙә ҡатнаша. Ғаризалар “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәге телефоны буйынса ҡабул ителә: 8-800-201-89-03.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе.