Бөгөн, 31 мартта Һамарҙа Волга буйы федераль округы буйынса “Строймастер” Милли һөнәри оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” номинацияһы этабы үтә. Конкурстың маҡсаты изге – эшсе төҙөлөш һәм инженер һөнәрҙәре абруйын күтәреү, тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү.
Бәйгелә Башҡортостандан “Баркрафт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник консультанты һәм “Вектор” йәмғиәте мастеры, “Башҡортостандың төбәк төҙөлөш союзы” ойошмаһы ағзаһы Рөстәм Хөсәйенов сығыш яһаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Строймастер” һөнәри оҫталыҡ конкурсы 2010 йылдан алып өс этапта үткәрелә. Тәүҙә төбәк кимәлендә, аҙаҡ федераль һәм финал – Бөтә Рәсәй милли этабы. Быйыл Волга буйы федераль округы буйынса этап Һамар ҡалаһында П. Манчев исемендәге Волга буйы төҙөлөш-энергетика колледжында уҙа.
Конкурстың “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” номинацияһы буйынса финалы Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионаты сиктәрендә 19 апрелдән 23 апрелгә тиклем Сочи ҡалаһында үтәсәк. Чемпионатты Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы һәм РОСАТОМ атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы ойоштора.
Фото: Төҙөлөш министрлығы сайты.