Йәмғиәт
31 Март 2021, 15:15

"Һуңғы йылдарҙа - тәүге тапҡыр!"

Был Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенә контроль бирә, тине Павел Качкаев.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн бик ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан милкенә Башҡортостан сода компанияһы акцияларының 38,3 процентын, шулай уҡ 11,7 процент плюс бер акцияһын ышаныслы идараға тапшырыу ҡарарын ҡабул итте.
“Беҙгә БСК-ның үҙ акцияларыбыҙ пакетын ҡайтаралар. Был - 38,28 процент. Ышаныслы идара итеү өсөн – йәнә 12 процент. Был БСК эшмәкәрлегенә контроль бирә. Беҙ уны һуңғы йылдар эсендә беренсе тапҡыр алабыҙ”, - тине был ҡарар буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Шулай итеп, республика предприятие өҫтөнән контроль алды һәм уның үҫеше менән идара итәсәк.
Фото: pnp.ru
Читайте нас