Йәмғиәт
31 Март 2021, 18:30

“Урал легендаһы” ялға туҡтай

2020 йылдың 5 декабренән быйылғы март аҙағына тиклем поезд алты меңдән ашыу пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән.

Өфө - Яңы Абҙаҡ - Өфө маршруты буйынса туристарҙы йөрөткән “Урал легендаһы” ҡала-ара поезы уҙған ял көнөндә быйылғы миҙгелдә һуңғы рейсын башҡарҙы.
Мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылдың 5 декабренән быйылғы март аҙағына тиклем ул алты меңдән ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән.
Был туристик поезд республика етәкселеге тарафынан “Урал легендаһы” тау-саңғыһы кластерын үҫтереү маҡсатында 2018 йылда булдырылғайны.
3 апрелдән республикала ял көндәрендә Өфө - Белорет - Өфө машруты буйынса “Айғыр” йәйге туристик поезы йөрөй башлаясаҡ. Былтыр “Айғыр” 40 меңдән ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән.
Фото: Белорет районы хакимиәте.
Читайте нас