Йәмғиәт
1 Апрель 2021, 05:00

Беҙ беренсе урынға дәғүә итәбеҙ

Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, ойоштороу һәм үткәреү буйынса үҙәк конкурс комиссияһының тикшереү эшенә йомғаҡ яһалды.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә 2020 йылда граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, ойоштороу һәм үткәреү конкурсы сиктәрендә үҙәк конкурс комиссияһының тикшереү эшенә йомғаҡ яһалды. Комиссия эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен уның рәйесе, илдең Хәрби Көстәр Генераль штабы Баш ойоштороу-мобилизация идараһы начальнигының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович тәҡдим итте. Уның белдереүенсә, комиссия тарафынан республиканың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләрендә юғары һөҙөмтәләре иҫбатлана.
Рәсәй Федерацияһы субъекттары эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе булып иҫәп-саҡырыу эше һанала. Былтыр хәрби хеҙмәткә саҡырыу нормаһын республика тулы кимәлдә үтәгән – төрлө ғәскәрҙәргә 9385 кеше ебәрелгән. Комиссия билдәләүенсә, республикала муниципаль берәмектәрҙә саҡырыу пункттарын тәртиптә тотоуға ҙур иғтибар бүленә. 2020 йылда ағымдағы һәм капиталь ремонттар туғыҙ хәрби комиссариатта башҡарылған.
Дмитрий Касперович фекеренсә, яңы коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында Башҡортостанда саҡырыу мәлендә бик мөһим саралар ҡабул ителгән. Улар хәрби коллективтарҙа коронавирус йоҡтороу осраҡтарын булдырмауға килтергән. Шулай уҡ, пандемияға бәйле сикләүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, республикала хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар күп үткәрелгән.
Төбәктә граждандар киләсәктә хәрби һөнәрҙе һайлаһын өсөн хәрби-һөнәри ориентацияны ойоштороу буйынса ла системалы эш алып барыла. Хәрби вуздарға 211 кеше уҡырға ингән.
Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә медицина йәһәтенән әҙерләү буйынса ла, үҙәк конкурс комиссияһы билдәләүенсә, республикала һаулыҡ буйынса яраҡлылыҡ күрһәткесе һуңғы йылда 3,7 процентҡа үҫкән һәм 75,7 процент тәшкил итә. Комиссия хакимиәттәрҙәге мәғариф бүлеге һәм физик культура буйынса комитеттарға йәштәрҙе физик үҫтереү кимәленә иғтибарҙы арттырырға тәҡдим итте.
Комиссия рәйесе белдереүенсә, ДОСААФ системаһында граждандарҙы хәрби-иҫәп белгеслектәренә әҙерләү буйынса бурыс 100 процентҡа үтәлгән. Бында ДОСААФ-тың белем биреү ойошмаларында уҡыу-матди базаны яңыртыу тәҡдим ителде.
Республиканың белем биреү ойошмаларында граждандарҙы хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә әҙерләү эше лә көйләнгән. Комиссия ағзалары белдереүенсә, бында төп ролде уҡыу-матди базаһының булыуы һәм торошо, ОБЖ кластарының йыһазландырылыуы, тир һәм ҡаршылыҡтар һыҙаты элементтары булыуы уйнай. Бөгөнгә ҡарата тулы комплект менән 1085 белем биреү ойошмаһы тәьмин ителгән. Был дөйөм һандың 91,3 проценты.
Дмитрий Касперович граждандарға хәрби-патриотик тәрбиә биреү кимәлен ойоштороуҙың юғары булыуын айырыуса билдәләне.
– Беҙ был эштең көйләнгән булыуын күрәбеҙ. Ул комиссия килер алдынын ғына бер тапҡыр түгел, ә даими һәм системалы алып барыла, – тине ул.
Үҙәк конкурс комиссияһы тикшереүе йомғаҡтары буйынса 10 күрһәткес раҫланды. Өс күрһәткес буйынса республиканың балдар һаны юғары. Был хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ, хәрби-патриотик тәрбиә һәм граждандарҙы әҙерләү үҙәктәренең торошо. Һөҙөмтәлә, республиканың дөйөм күрһәткесе 97,5 процент тәшкил иткән.
Дмитрий Касперович бының бик юғары күрһәткес булыуына баҫым яһаны һәм Башҡортостан ил субъекттары араһында 2020 йылда беренсе урынға дәғүә итеүен әйтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас