Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 10:12

Ауылға йәштәр ҡайта!

Стәрлетамаҡ районы “Айыҡ ауыл” конкурсында йыл да теләп ҡатнаша. Быйыл район данын Күсәрбай ауылы яҡлай. Күсәрбай – легендар тарихлы, билдәле шәхестәргә, ҡунаҡсыл һәм йомарт кешеләргә бай ауыл.

Стәрлетамаҡ районы “Айыҡ ауыл” конкурсында йыл да теләп ҡатнаша. Быйыл район данын Күсәрбай ауылы яҡлай. Күсәрбай – легендар тарихлы, билдәле шәхестәргә, ҡунаҡсыл һәм йомарт кешеләргә бай ауыл.


Конкурс барышында ауыл халҡы менән бәйләнеш нығынған. Күсәрбайҙар өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға булышлыҡ итеү – бик мөһим эштәрҙең береһе. Шуға ла барлыҡ сараларға улар йәш ғаиләләрҙе йәлеп итергә тырышҡан, ауыр хәлдә тороп ҡалған, яҙыҡ юлға баҫҡан ғаиләләр менән һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар уҙғарғандар. Ғөмүмән, үткәрелгән һәр сараны ауылдың йәштәренән алып ағинәйҙәре, ололарына тиклем дәррәү күтәреп алған, сөнки берҙәм булғанда ғына “йәшел йылан”ды еңеп сығырға мөмкин.


“Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарым өсөн айыҡ тормош тураһында ҡайғыртыу айырыуса көнүҙәк. Бына инде бер нисә йыл рәттән беҙҙең урамдарҙа иҫерек кешене осратмаҫһың. Һәр кемдең ишек алды һәм ихатаһы гел тәртиптә, бөхтә. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп матурлана. Күсәрбайҙа ғүмер иткән 340 кеше бер-береһенә ҡарап гөрләтеп донъя көтә, күрше-күлән менән дуҫ-татыу йәшәй”, – тип белдерә конкурстың кураторы Гүзәл Аҡсулпанова.


“Айыҡ ауыл” республика конкурсы, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Күсәрбай ауылы башланғыс мәктәбендә “Барыһы ла саңғыға!” байрамы үткәрелде. Сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик теләп ҡатнашты, иң йәш ҡатнашыусыға ни бары дүрт йәш, ә иң өлкәненә 70 йәш ине.


Бөгөн Күсәрбай ауылы – Стәрлетамаҡ районының иң перспективалы ауылда­рының береһе. Йәш ғаиләләргә яңы ер участкалары бирелеүе һәм демографик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә, яҡын арала мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 20 урынлыҡ төркөм асыласаҡ. Һәм иң мөһиме – ауылда йәмәғәт тормошо әүҙем ҡайнай: спорт секциялары эшләп килә, балалар мауыҡтырғыс түңәрәктәргә йөрөй, ГТО фестивалдәре уҙғарыла, грант проекттары тормошҡа ашырыла. Ауыл халҡы киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Былтыр күсәрбайҙар Башҡорт­остан Башлығы грантын отҡан, 2020 йылда “Башҡорт балаҫы этникаһы” проекты үҙ эшен башланы.


“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ауылдағы ике кибеттә лә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа туҡтатылған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Күсәрбайҙа тыуым арта, ауылда йәштәр төпләнә.


Быйыл йәйгә 25 йәш ғаилә өй туй­лаясаҡ, бөтәһе ауылда 141 ер биләмәһе бүленгән. Күсәрбайҙар ауылдың арҙаҡлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы, 2-се башҡорт полкы командиры Аралбай батыр Аҡсулпановтың исемен мәңгеләштереү эшен башлаған.
Читайте нас