Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы “Айыҡ ауыл” бәйгеһенә тәүгеләрҙән ҡушылды. Республика этабына беренсе заявка нәҡ уларҙан алынған. Яҡут – Ялан бөрйәне ырыуына ҡараған эшсән, уңған халҡы менән ғорурланған, башҡорт рухын, уның йолаларын тергеҙгән иң әүҙем ауылдарҙың береһе.
Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәс тә ауыл әүҙемселәренән комиссия төҙөлгән. Башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү өсөн мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, милли мәҙәниәтте һаҡлау, ауылда мохтаждарға эш урындары булдырыу, халыҡты спортҡа йәлеп итеү, эскелеккә ҡаршы көрәш кеүек мәсьәләләр өҫтөндә эшләргә хәл иткәндәр.
“Ауылыбыҙҙа 2016 йылдан мәсет эшләй. Ул ауылдашыбыҙ Мөхтәр Ялсыҡаев тырышлығы менән төҙөлдө. Мәсет ауылға иман нуры таратһа, мәҙәниәт йорто алдындағы батырҙарға ҡуйған таҡтаташ киләсәк быуынға тәрбиә булып тора. Ауылдың йөҙөк ҡашы, бөтә тирә-яҡҡа дан тотҡан Яҡут тоҙло күлен тирә-йүндә белмәгән кеше юктыр. Бик күп йылдар ял йорто асыу теләге менән янып йәшәгән аталы-уллы Рәжәп һәм Рәмил Юлбарисовтарҙың, ниһайәт, ниәттәре тормошҡа ашыу өҫтөндә. Проекттары әҙер, аҡса бүленгән, тимәк, киләсәктә ҙур төҙөлөштәр, юлдар, яңы эш урындары, сәләмәтлекте нығытыу һәм ял туризмы үҫтереү өҫтөндә эшләргә лә эшләргә”, – ти әүҙемсе, Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәмзиә Әбйәлилова.
Конкурс барышында ауыл күҙгә күренеп матурлана, төҙөкләндереү, йәшелләндереү кеүек эштәр башҡарылған. Ауыл буйлап рейдтар ойошторолған, халыҡ менән айыҡ тормошҡа әйҙәп, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелгән, халыҡ йолалары тергеҙелгән.
“Республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыу ауылыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле булды. Халыҡтың эскелеккә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе, тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Беренсенән, ауыл халҡы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалманы, эскелеккә бергәләп көрәшеүҙең һөҙөмтәлерәк икәнен күрҙе. Район кимәлендә ауылдар араһында еңеүебеҙ ҙә яуаплылыҡ өҫтәне һәм быны һәр кем аңланы”, – ти Рәмзиә Әбйәлилова.
Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто һәм китапхана берҙәм эш алып барғанда ғына ҙур еңеүҙәр яулап булғанын һәр кем аңлай. Ниндәй генә саралар үткәрһәләр ҙә, унда олоһо ла, кесеһе лә дәррәү ҡушыла. Үҫмер балаларҙы, спорт һәм сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Мәргән уҡсы” түңәрәге асылған. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡурай уйнарға йөрөгән малайҙар хәҙер уҡтан атыу серҙәренә лә төшөнә.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәкселәре лә үҙ эштәрен асҡан, сәхнә кейемдәре тегәләр, ауыл исеме менән битлектәр эшләп һатыуға сығарғандар. Әүҙем эшләп килгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән бер рәттән, аҡыллы кәңәштәре менән йәштәргә өлгө булырҙай аҡһаҡалдар ҙа бар. Ауылда йәш ғаиләләр күп. Әле һуңғы өс айҙа өс бала донъяға килгән. Тимәк, ауыл йәшәй, үҫә, киләсәге өмөтлө.