Брәтәк – Бөрйән районының иң боронғо һәм бай тарихлы ауылдарының береһе. Уның хозурлығына һоҡланмаған кешеләр юҡ. Ҡуйы урман ауылға терәлеп үк тора, күп ерҙә үҫмәгән үҫемлектәр, һирәк йәнлектәр төйәк иткән был яҡты.
Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, мәсет, фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс магазин эшләп килә. Бөгөн бындағы 126 йортта 440 кеше йәшәй.
“Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар йәшәй беҙҙең ауылда. 2020 йылдың авгусында ауыл хакимиәте башлығы һәм район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуҙа брәтәктәр бер тауыштан “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе, ойоштороу комитеты төҙөлдө, пландар ҡабул ителде. Сәләмәт тормош рәүешен әйҙәү буйынса күп эштәр башҡарылды”, – тип һөйләй ауыл старостаһы Фәнзил Йәғәфәров.
Ауылдаштарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск төҙөлгән, аллея булдырылған. Ауыл зыяраты кәртәһе тулыһынса яңыртылған. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә үҫтергән ауылдаштар “Йәрминкә”, “Сәскәләр”, “Уңыш байрамы”нда әүҙем ҡатнаша. Үҙешмәкәр йырсылар, сәхнә оҫталары бихисап. Үҫеп килгән быуын өсөн дә төрлө түңәрәктәр эшләп килә.
Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән район һәм ауыл хакимиәте, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, атайҙар ҡоро ойошмаларының сәләмәт тормошто пропагандалауҙа ролдәре бик ҙур.
Урындарҙағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша ауыл халҡы. 2015 йылда ошо программа буйынса өр-яңы мәҙәниәт йорто төҙөлһә, 2017 йылда урамдар яҡтыртылған. “Йәшел Рәсәй”, “Йәшел Башҡортостан”, “Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау” акциялары, экологик өмәләр даими үтеп тора.
Брәтәктә спиртлы эсемлек менән мауыҡҡандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Конкурста ҡатнашып, сәләмәт тормошто пропагандалауҙың һөҙөмтәһе булыр тип ышана улар.
“Йәмәғәт ойошмаларының ултырышында имен булмаған ғаиләләр менән профилактик эште камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралып, участковый, райондың “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар ойошторолдо. Ауыл халҡы район, республика, илдең мәҙәни тормошонда дәррәү ҡатнаша. Сәләмәт тормошҡа саҡырып 15 семинар, лекция, әңгәмәләр үткәрелде. Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған саралар Брәтәк ауылы эсендә генә түгел, дөйөм район күләмендә лә алып барыла”, – ти Бөрйән районы советы секретары Хәнифә Вәлиева.
Ауыл мәҙәниәт йортонда район кимәлендә шашка ярышы, “Мәсем” клубы педагогтары тарафынан “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тип аталған осрашыуҙар, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” байрамы ойошторолған.