Донъя тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ, тиҙәр. Ғаилә ҡотон, именлеген, муллығын һаҡлаған да ул шул. Эш сәфәрҙәрәнә сығып, ауылдарҙа донъя көткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәң, быға йәнә бер инанаһың.
Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылында йәшәгән Ғилемшиндар тураһында һүҙем. Эльза менән Илнурҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Өфө эргәһендәге ауылдарҙың береһендә йорт һалып, һәүетемсә йәшәп китергә лә булыр ине. Әммә тыуған яҡҡа ҡайтып, өй төҙөп, үҙ эшен булдырыу теләге көслөрәк булып сыға уларҙың.
– Икебеҙ ҙә сығышыбыҙ менән Асҡын районынан. Өфөлә таныштыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ Риана менән Альяна ҡалала тыуҙы. Тик Өфөнөң шау-шыуына, ығы-зығыһына өйрәнеп китә алманыҡ. Аҙнаның тамамланғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алыр инек тә тыуған яҡҡа, атай-әсәйҙәребеҙ эргәһенә ҡайтып китер инек. Яңылышманыҡ. Беҙгә ауылда бик оҡшай, – ти Эльза.
Тәүҙә халыҡтан һөт йыйып, уны эшкәртеүгә тапшыралар. Ауылдарында һөт һыуытыу цехы асалар. Ете ауылды хеҙмәтләндерәләр.
Йәш ғаиләнең артабан үҫешергә теләге көслө, шуға күрә үҙҙәре кеүек тырыш хужалар һәм өлгөлө хужалыҡтар менән килешеп, “Төлгөҙбаш” тип аталған кооператив ойоштороп ебәргәндәр. Уларҙың маҡсаты – экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары етештереү. Кооператив ағзалары “Ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыу” тип аталған федераль программала ҡатнашырға була. Теләктәре бойомға аша – һөтсөлөк заводы, мал һуйыу һәм ит эшкәртеү цехтары асыуға 16 миллион һум грант алғандар.
Ошо арала кооперативтың үҙ заводын асыу өсөн ҡорамалдар килеп етергә тейеш. Район үҙәгендә заводҡа тәғәйен бина әҙер, йыһаз ҡоролоу менән асҡындар үҙҙәренең төбәгендә етештерелгән һөттән эшләнгән кефир, ҡатыҡ, май, эремсек ашай башлаясаҡ. Ә инде йәйгә ҡарай кооператив ағзалары ит ризыҡтары етештерә башларға ниәтләй.
Форсаттан файҙаланып, ихатала Илнур эшләгән ҙур һарайға инеп сыҡтыҡ. Бында йәштәр һатып алған һыйырҙар һәм бер тонна самаһы ауырлыҡтағы үгеҙ тора. Һыйырҙарҙың быҙаулаған сағы, шуға Эльза улар эргәһенән китмәй.
Илнур һарайҙы үҙ ҡулдары менән таҡтанан эшләгән. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, малдарҙы эсерер өсөн йылы һыу ағып тора, бесән дә күп. Яңы тыуған быҙауҙар өсөн айырым бүлмә бар. Киләсәктә Ғилемшиндар мал һанын ишәйтмәксе.
Ғилемшиндар әлегә иҫке йортта йәшәй. Тыштан ябай ғына булып күренһә лә, йорт эсендәге нур уны хан һарайылай итә. Бында барлыҡ уңайлыҡтар балалар өсөн эшләнгән. Риана менән Альяна ата-әсәһенең мөхәббәтенә төрөнөп үҫә. Дүрт йәшлек Динисламды иһә апайҙары әпәүләп кенә тора, атаһы ла ҡулынан төшөрмәй. Һәр нәмәгә мөхәббәтле ҡараш – Ғилемшиндар ғаиләһенең бәхет сере ул.