Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 12:02

Бәләкәй күс көслө була

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы райондың иң боронғо ауылдарынан һанала. Бай тарихлы, үҙенең борондан килгән йолаларын, көнкүреш ғәҙәттәрен, үҙенсәлеген тулыһынса тиерлек һаҡлап алып ҡалған ауылдарҙың береһе ул. Ауылдың атамаһы йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙашев исеме менән 1876 йылдан билдәле.

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы райондың иң боронғо ауылдарынан һанала. Бай тарихлы, үҙенең борондан килгән йолаларын, көнкүреш ғәҙәттәрен, үҙенсәлеген тулыһынса тиерлек һаҡлап алып ҡалған ауылдарҙың береһе ул. Ауылдың атамаһы йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙашев исеме менән 1876 йылдан билдәле.


“Түбәнге Яйыҡбайҙы ысын мәғәнәһендә экологик яҡтан таҙа булған ауыл тип атарға мөмкин. Тышта XXI быуат, әммә беҙҙең өйҙәр һаман да утын менән йылытыла. Мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб та, магазин да юҡ, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, еңеүгә ынтылыуыбыҙҙың сәбәптәре бына шунда – ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға, уңайлы шарттар булдырыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу”, – ти ауыл әүҙемсеһе, БДУ-ның Сибай институты матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Нуғай-ТВ, “Әмәндәк” гәзите мөхәррире, журналист Рәүилә Хәсәнова.


Түбәнге яйыҡбайҙар тәбиғәтен ҡәҙерләй, үҙенсәлекле тарихи ҡомартҡыһы менән ғорурланып йәшәй. Ул да булһа – үткән быуаттың башында уҡ төҙөлгән үҙенсәлекле, йәғни ике манаралы, көмбәҙле мәсет. Барлыҡ дини, милли байрамдар ошонда үтә, аҙна һайын йома намаҙҙары уҡыла. Бөгөн был мәсет Башҡортостандың милли ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.


– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу райондаштар араһында берсә һоҡланыу, берсә ғәжәпләнеү уята, сөнки был ауыл бына нисә йыл иғтибарҙан ситтә булды. Тып-тыныс, бер ерҙә артыҡ ҡатнашмаған, бер ниндәй күләмле саралар үткәрмәгән, һәүетемсә генә, үҙ йүнен үҙе күргән ауыл конкурста ҡатнашып, район кимәлендә еңеп сыҡһын әле! Етмәһә, ни бары 28 йортта 78 кеше йәшәй. Ләкин “бәләкәй күс көслө була”, йәки “ҡарама беләккә – ҡара йөрәккә”, ти башҡорт мәҡәле, – ти Ниғәмәт ауыл биләмәһе депутаты, Түбәнгеҽ Яйыҡбай ауылы старостаһы Рәил Хәсәнов.


Конкурс сиктәрендә башҡарылған эштәр байтаҡ. Һаҡмар йылғаһы буйында Ҡоролтай аллеяһы булдырылған, ауылдың бик күркәм урынында, Апай тауында башҡорт батыры, ҡурайсы, сәсән Баясҡа арнап стела асылған. Бынан тыш, Түбәнге Яйыҡбайҙа ауыл телевидениеһы булдырылған һәм бөтә сараларҙы фотоға төшөрөү менән бер рәттән видеоға төшөрөп, уны ҡороп, үҙҙәренең төркөмөнә һалып барғандар, был халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Хатта ауыл уртаһынан аҡҡан бәләкәй йылға исеме менән “Әмәндәк” тигән гәзит тә сыға башлаған. Быларҙың барыһы ла һис шикһеҙ халыҡты мөмкин тиклем берләштерергә, конкурстың әһәмиәтен күрһәтергә, барыһы ла үҙҙәренең ҡулдарында икәнен аңлатырға булышлыҡ иткән.


Әлбиттә, яйыҡбайҙар үҙ ҡаҙанында ғына ғына ҡайнап ятмаған, Рәсәй, республика, район кимәлендәге барса сараларҙа мөмкин тиклем ҡатнашҡан. Экологик акциялар, спорт ярыштары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙа халыҡ ихлас, әүҙем ҡатнашҡан. “Еңгәйҙәр”, “Шат йондоҙҙар” исемле ансамблдәр булдырылып, милли костюмдар тектерелгән. Бөгөн был ауылда йырламаған, бейемәгән, ауылдың мәҙәни, йәмәғәт тормошонда ҡатнашмаған кеше юҡ.


“Беҙҙең маҡсат – артабан да ошо эште дауам итеү, бөгөнгө башҡорт ауылының заманса өлгөһөн, уның моделен булдырыу. Һәм ошо йүнәлештә эш әле башлана ғына. “Айыҡ ауыл” конкурсы – үҙенсәлекле проект. Ул беҙҙең кеүек бәләкәй ауылдарға үҙен күрһәтергә, үҙ һүҙен әйтергә мөмкинлек биргән иҫ киткес шәп, дөрөҫ уйлап сығарылған проекттарҙың береһе. Был конкурс бөтә халыҡтарҙың, ауылдарҙың, тотош халыҡ хәрәкәтенә әүерелде. Ә беҙҙең ауылға килгәндә, конкурс халыҡтың йәшәйешен, рухиәтен, булмышын тамырынан үҙгәртте, кешеләрҙең ҡараштары киңәйҙе, киләсәккә өмөттәрен формалаштырҙы. Ә иң мөһиме – халыҡты берләштерҙе, тупланы, ауылыбыҙ айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа юл асты”, – ти ауыл әүҙемсеһе Рәүилә Хәсәнова.
Читайте нас