Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 12:04

Бар районға гөрләп йәшәйҙәр

Заманында Ҡарғалы ауылы Благовар районының мәғариф үҙәге һаналған. XIX быуат аҙағында – XX быуат баштарында ауыл тарихына ғына түгел, уезд, губерна, республика үҫешенә йоғонто яһаған уҡыу йорттары эшләгән бында.

Заманында Ҡарғалы ауылы Благовар районының мәғариф үҙәге һаналған. XIX быуат аҙағында – XX быуат баштарында ауыл тарихына ғына түгел, уезд, губерна, республика үҫешенә йоғонто яһаған уҡыу йорттары эшләгән бында.


“Ауыл бәләкәй булғас, бөтә ғаиләләр ус төбөндәге кеүек. Ауыл халҡының барыһы ла ошонда тыуып, ошонда үҫкән. Беҙҙә социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр юҡ. Әлбиттә, ҡайһы берҙә кемдер яңылыш һуҡмаҡҡа төшөп тә китә. Беҙ бындай осраҡта бар ауыл менән бергә эш итәбеҙ. Ауыл биләмәһе башлығы, фельдшер, имам-хатиб менән профилактик әңгәмәләр алып барыла. Бергәләшеп эшләү һөҙөмтәһендә был ғаиләне насар ғәҙәттән ҡотҡарып алып ҡалдыҡ”, – ти ауыл биләмәһе башлығы Илфир Ишбулатов.


Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында бөгөн 236 кеше йәшәй. Ауыл халҡы шәхси хужалығы менән көн күрә, урындағы ауыл хужалығы предприятиеларында йә Себер тарафтарында эшләй. Яңыраҡ Үрге Ҡарғалыла “Ленттерра” ойошмаһы асылған, яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Компанияла социаль сәйәсәткә ҙур иғтибар бирелә, был Ҡарғалы ир-егеттәре Себер тарафтарынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын өсөн эшләнә.


Әле ауыл үҫә, өс-дүрт бала үҫтергән ғаиләләр ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡу­шылғас, ауылда күп матур үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт көрәше буйынса бүлексәһе эш баш­лаған. Уны асыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Альберт Лоҡманов ярҙам иткән. Инде икенсе йыл милли көрәш һәм самбо түңәрәге эшләй. Тренер Айҙар Килмәмәтов йәш спортсылар тәрбиәләүгә етди ҡарай. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы, балалар майҙансығы асылған, был йәш ғаиләләр өсөн ҙур шатлыҡ.


Республика этабында “Ҡарғалы-фест” сараһы айырыуса сағыу үткән. Бында ауыл оҫталары төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Ир-егеттәр быйма баҫыу, талдан кәрзиндәр, оялар үреү буйынса оҫталығын күрһәтһә, ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт милли эсемлеге — буҙа ҡойорға, табикмәк бешерергә өйрәткән. Ошолай гөрләп йәшәй бөгөн Ҡарғалы ауылы.
Читайте нас