Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 10:09

Бай күңелле баҡтыбайҙар

Баҡтыбай Бөрө ҡалаһынан 23 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда 864 кеше йәшәй, күптәре үҙ хужалығы менән көн күрә.

Баҡтыбай Бөрө ҡалаһынан 23 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда 864 кеше йәшәй, күптәре үҙ хужалығы менән көн күрә.


Баҡтыбайҙар – татыу, эшһөйәр, үҙ тарихын һәм йолаларын хөрмәт иткән халыҡ. Бында йыш ҡына төрлө саралар уҙғарылып тора. 2016 йылда “Ауыл байрамы”, 2017 йылда “Ший кандыра” район бейеү фестивале ойошторола. Ә 2018 йылда республика кимәлендә үткән “Иң матур ауыл” бәйгеһендә Баҡтыбай икенсе урынға сыға.
Ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программа­һында ҡатнашып тора. 2016 йылда ошо программа буйынса “Кугу ер” күле сүп-сар­ҙан таҙартылып эргә-тирәһе йәшеллән­дерелә. Быйыл ауыл халҡы тырышлығы менән күлдә һырғалаҡ эшләнә.


“Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәс тә, баҡтыбайҙар “беҙ ҙә ҡатнашабыҙ” тип хәл итә. Айыҡлыҡ ауылдың ғына түгел, тотош республика, илебеҙҙең алға китеше өсөн нигеҙ булып торғанын улар яҡшы аңлай. Шул уҡ ваҡытта ауылдар – милли мәҙәниәтте һәм халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыусы мөхит тә. Тап ауылдың эскерһеҙ, самими көнитмешен тергеҙеү йәмғиәттең сафланыуына килтерәсәк, ә айыҡ ауыл – милләттең сәләмәтлеге һәм именлеге нигеҙе.


Баҡтыбайҙар бәйгенең башынан аҙағына тиклем әүҙемлек күрһәтә, йөҙгә яҡын спорт, мәҙәни саралар ойоштора, түңәрәк өҫтәлдәр, һөйләшеүҙәр уҙғара. Ауыл халҡына “Ҡар өҫтөндә футбол”, “Быймала хоккей” кеүек күмәк спорт уйындары айырыуса оҡшап ҡала.


Күңел асыуҙан тыш етди эштәр ҙә баш­ҡарыла. Ауыл биләмәһе башлығы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире менән бергә имен булмаған ғаиләләр буйлап йөрөп, аңлатыу эштәре үткәрә. Әйтергә кәрәк, ауылда эшләгән өс сауҙа нөктәһенең береһендә лә иҫерткес эсемлектәр һатылмай.


Үрҙә бәйән ителгәндәр бөтә ниәттәргә лә өлгәшергә мөмкин, ул бары тик теләккә генә бәйле икәнен асыҡ дәлилләй. Ауыл советы күпме генә йыйылыштар ойоштороп аҡыллы һүҙҙәр һөйләмәһен, халыҡ үҙе теләп сәләмәт һәм айыҡ тормош башламаһа, фәтүә булмаҫ ине. Баҡтыбайҙар быны яҡшы аңлай һәм үҙ яҙмышын үҙе һайлай – дөрөҫ тормош алып барыу юлынан атлай. Ә “Айыҡ ауыл” бәйгеһе быға этәргес була.
Читайте нас