Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 09:53

“Беҙ бергә!” – ти Шамонин ауылы халҡы

Шамонинды республикала иң төҙөк һәм матур ауылдарҙың береһе тип атайҙар. Ауыл тарихы 19-сы быуатҡа барып тоташа. Әммә әлеге сағыулығы “Үҙ йортом” Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү республика программаһы менән бәйле. Ауыл бер нисә йыл эсендә ҙурайҙы, уңайлы шарттар, социаль инфраструктура булдырылды. Әле бында өс мең ярымға яҡын кеше йәшәй.

Шамонинды республикала иң төҙөк һәм матур ауылдарҙың береһе тип атайҙар. Ауыл тарихы 19-сы быуатҡа барып тоташа. Әммә әлеге сағыулығы “Үҙ йортом” Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү республика программаһы менән бәйле. Ауыл бер нисә йыл эсендә ҙурайҙы, уңайлы шарттар, социаль инфраструктура булдырылды. Әле бында өс мең ярымға яҡын кеше йәшәй.


Өфө районының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан 38 ауыл араһынан Шамонин лайыҡлы рәүештә муниципаль этапта еңеүсе тип табылды.

“Айыҡ ауыл” – бөтә ауылдарҙы берләштергән, бергә туплаған һәм йәшәү рәүешенә ҡарашты ыңғай яҡҡа көйләгән үҙенсәлекле проект. Шамонин халҡы иһә үҙенең берҙәмлеге менән дә айырылып тора. Яңыраҡ унда бер ғаилә янғын сығып, өйһөҙ тороп ҡала. Шамониндар ауылдаштарын ярҙамынан ташламай, ике балалы Ҡәҙер­маевтарға һәр кем хәленән килгәнсә булышлыҡ итте.


“Шамонин халҡы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаларында әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың ниәттәре ҙур – физкультура-һауыҡтырыу комплексы асырға теләйҙәр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булған парк, мәҙәниәт йорто тураһында ла хыялланалар. Ауыл район етәксе­легенең иғтибары үҙәгендә һәм киләсәктә был пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ”, – тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров һәм шамонин­дарҙың еңеүенә ышанысын белдерҙе.


13 февралдә Шамонинда шаулап-гөрләп “Сәләмәтлек фестивале” үтте, унда урындағы “Ағинәй­ҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиева Бөтә донъя башҡорт­тарының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.


Меңдән ашыу халыҡ йәшәгән, башлыса йәштәр донъя көткән ҙур ауыл халҡын берләштереүҙә ошондай кешеләрҙең әүҙемлеге һәм абруйы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Тап берҙәмлектәре һөҙөмтә­һендә шамониндар республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәргә өлгәшә. 1 мартта Стәрлетамаҡта уҙған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында Шамониндан Мәхмүтовтар “Ғаилә ҡиммәттәре” номинация­һында беренселекте яуланы. Еңеү айырым ғаиләнең генә түгел, тотош ауылдың ҡыуанысы булараҡ ҡабул ителде. Шамониндың “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә финалға сығыуы – тап берҙәмлек, татыулыҡ, әүҙемлек күрһәткесе!
Читайте нас