Һамарҙа Волга буйы федераль округы буйынса “Строймастер” Милли һөнәри оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” номинацияһы этабы үтте. Бәйге ун йылдан ашыу үткәрелә, ә 2015 йылдан федераль статус алды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бәйгелә Башҡортостандан “Баркрафт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник консультанты һәм “Вектор” йәмғиәте мастеры, “Башҡортостандың төбәк төҙөлөш союзы” ойошмаһы ағзаһы Рөстәм Хөсәйенов сығыш яһаны.
Округ этабында төбәк кимәлендә һайлап алыу үткән Өфө, Һамар, Тольятти, Ҡазан, Пенза, Һарытау, Ырымбур һәм Ульяновск ҡалалары оҫталары көс һынашты. Этап Һамар ҡалаһында П. Манчев исемендәге Волга буйы төҙөлөш-энергетика колледжында уҙҙы. Уның майҙансығында һигеҙ ҡатнашсы үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Уларға алты сәғәт эсендә һайланған технология һәм бирелгән техник бурыс сиктәрендә гипсокартондан каркаслы бүлкә макеты төҙөргә кәрәк ине.
Һөҙөмтә беҙҙе бик ҡыуандырҙы. Еңеүсе булып Башҡортостан егете Рөстәм Хөсәйенов танылды. Әйткәндәй, ул конкурста еңермен тип уйламаған, бында уға төҙөлөш тармағындағы тәжрибәһе ярҙам иткәндер тип иҫәпләй.
"Мин 16 йыл ремонт һәм биҙәү эштәре менән шөғөлләнәм, үҙемде универсал тип иҫәпләйем. Бурыстарҙы үтәүгә бик яуаплы ҡараным һәм ныҡ тырыштым. Мин намыҫлы эшләп өйрәнгәнмен, көндәлек тормошта ла заказсыларҙың бар талаптарын теүәл үтәйем", - ти Рөстәм.
Икенсе урында - Татарстандан Денис Богословский, өсөнсө урында - Һамарҙан Геннадий Дудин.
Хәҙер Рөстәм Хөсәйенов апрель аҙағында конкурстың Бөтә Рәсәй кимәлендәге финал этабында Волга буйы федераль округы исеменән көс һынашасаҡ. Сара Сочи ҡалаһында Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионаты барышында үтәсәк.
Рөстәмгә бында ла ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш министрлығы.