Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 11:59

“Был бәйгегә беҙ күптән әҙер инек”

Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы – Башҡортостандың ғына түгел, XVIII быуатта тотош Рәсәй тарихына тәрән эҙ һалған ауыл. 1739-1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал етәкселегендәге башҡорттарҙың баш күтәреүе мәлендә нәҡ ошо ауылда Ҡараһаҡалды Йәрмөхәмәт старшинаның өйө алдында Башҡорт иленең ханы итеп аҡ кейеҙҙә күтәргәндәр. Был хаҡта Булат Рафиҡов үҙенең тарихи романында яҙған.

Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы – Башҡортостандың ғына түгел, XVIII быуатта тотош Рәсәй тарихына тәрән эҙ һалған ауыл. 1739-1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал етәкселегендәге башҡорттарҙың баш күтәреүе мәлендә нәҡ ошо ауылда Ҡараһаҡалды Йәрмөхәмәт старшинаның өйө алдында Башҡорт иленең ханы итеп аҡ кейеҙҙә күтәргәндәр. Был хаҡта Булат Рафиҡов үҙенең тарихи романында яҙған.


Иҫке Мөхәмәт ауылы аҡһаҡалдары фаразлауынса, ауыл тотошлай яндырылған да булғандыр, сөнки төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыуҙан күренеүенсә, йәшә­гәндәр һаны төрлөсә. Бөгөн бында йәмғеһе 501 кеше йәшәй. Малсылыҡ, йылҡысы­лыҡ, йәйҙәрен күпләп ҡош-ҡорт үҫтереү менән шөғөл­ләнә мөхәмәттәр.


Мәктәп бар икән, ауыл да йәшәй, тигән һүҙ. 11 йыллыҡ мәктәптә быйыл 52 бала уҡый. 11-се класта бишәүҙәр: ике ҡыҙ, өс егет. “Нисек улай урта мәктәп булып тора ала­һығыҙ, тиер күптәр. Беҙҙә бү­тән бер ерҙә лә булмағанса, бөтәһе лә волейбол уйнай, сәхнәлә ысын күңелдән сығыш яһай, мәктәптән туп-тура юғары уҡыу йорттарына инә”, – ти ауыл халҡы ғорурланып.


Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы пляж волейболына һөйөүҙәре менән дә билдәлелек яулаған. Бынан 23 йыл элек физкультура уҡытыусыһы Әсҡәр Кәли­муллин үҙ баш­ланғысы менән Әй буйындағы ҡомда май­ҙансыҡтар яһатып, тирә-яғына ағастар ултыртып, кәртәләп, волейбол уйындарын ойоштороп ебәрҙе. Хә­ҙер бында күрше район­дарҙан ғына түгел, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Магнитогорск, Ҡатау- Ивановск ҡалаларынан килеп, эҫе ҡомдағы волейбол ярыштарында ҡатнашалар.


Ауылдың ғына түгел, райондың йөҙөк ҡашы булған “Аҡйондоҙ” балалар театрында ла аҡыллы балалар тәрбиәләнә. Улар ауылдаштары тураһында эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен башҡарып, яҙмыштарын сәхнәләш­тереп, “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында алты тапҡыр ҡатнашып, хатта гран-при, алдынғы урындар алғандар.


“Рес­публикабыҙ халҡы менән уртаҡлашыр эштә­ребеҙ күп: ағинәйҙәр хәрәкәте, мәсетебеҙҙәге, ауыл китапханаһындағы, балалар баҡсаһын­дағы эшмәкәрлек тәжрибә уртаҡ­лашырлыҡ. Иҫке Мөхәмәттә дини тәрбиәгә лә иғтибар бирелә. Имам-хатип Әмерхан Сәғитов ауылдаштарын сә­ләмәт тормошҡа әйҙәй, ҙур эш башҡара. Алты йыл эш дәүерендә ун ир-егет насар ғәҙәттәрен ташлап, айыҡ тормошҡа аяҡ баҫты”, – ти ауыл биләмәһе башлығы Юрик Мөлөков.


2015 йылда ағинәйҙәр хәрәкәте ойошто­рол­ған. Милли кейем үҙенсәлектәрен тер­геҙеп, алъяпҡыстарға, күлдәктәргә биҙәктәрҙе сигеп кейәләр, бөтә сараларҙың башында улар йөрөй хәҙер.


“Ошо конкурсҡа беҙ күптән әҙер булға­ныбыҙҙы аңланым, сөнки айыҡ ауыл тип атап йөрөтөрлөк ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ. Иң мөһиме: йәштәребеҙҙең һәр эштә етеҙ­леге, берҙәмлеге. Бындай һәләтте үҫтерергә шул уҡ волейбол уйындары, сәхнәлә бергәләшеп уйнау, ағинәйҙәр, балалар баҡсаһындағы, мәктәптәге тәрбиә лә ярҙам иткәндер”, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Яруллина.
Читайте нас