Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 12:50

“Был донъяға шиғриәт аша бағам”

Мин – Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, 1994 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында ғаиләлә иң бәләкәй бала булып донъяға килгәнмен.

Мин – Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, 1994 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында ғаиләлә иң бәләкәй бала булып донъяға килгәнмен.


Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын тамамланым, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алдым. Әлеге ваҡытта “Башҡорт­остан” гәзите һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы хәбәрсеһе булып эшләйем.


Үҙемде белә-белгәндән алып шиғриәт минең менән гел йәнәшә килде. Был донъяға шиғриәт аша бағам. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2016 йылда “Әҙәби нағыш” әҫәрҙәр йыйылма­һында “Ямғыр вальсы” исемле шиғырҙар йыйынтығым донъя күрҙе, ике йыл элек ошо уҡ нәшриәттә шиғырҙарым “Ҡапма-ҡаршылыҡтар” исемле айырым китапҡа тупланды. Бер нисә ай элек һанлы майҙансыҡтарға “Шағир мөхәббәте” исемле аудиоальбомым сыҡты.


Төп журналист эшемдән, ша­ғирлыҡтан тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам: “Ҡыл” йәш быуын шағирҙары хәрәкәтен етәкләйем, “Ҡош юлы” республика бард һәм шиғриәт фестивалендә ойоштороу­сылар рәтендәмен.


Тағы ла бер һөйөүем бар – ул кино сәнғәте. Әлеге көндә өс ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөргә өлгәштем, “Мидпоинт” кино­ мәктә­бендә актерлыҡ оҫталығына уҡып сыҡтым.


Журналист, шағир, режиссер, йәмәғәт эшмәкәре булыуҙан тыш, минең тағы бер ҙур вазифам бар – әсәлек. Наҙгөл исемле ҡурсаҡтай ҡыҙ тәрбиәләйем, ул Өфө ҡала­һының Фатима Мостафина исе­мендәге 20-се башҡорт гимназия­һының 1-се класында белем ала.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.


Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номи­нация­һын­да билдәләнәсәк.


Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас