Әбйәлил районындағы Таштимер ауылының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуына икенсе бәйгелә еңеүҙәре сәбәпсе була. Район кимәлендә ойошторолған “Сәләмәт ауыл” ярышында беренселекте яулаған таштимерҙәр бер дәртләнгәндә тип артабан икенсе уҙышҡа ҡушылып китә.
“Сәләмәт ауыл” бәйгеһе сиктәрендә һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Конкурста еңеү, ысынлап та, халыҡты берләштерә, дәртләндерә һәм “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуға этәрә. Таштимерҙәр бында ла һынатмай, район кимәлендә үткәрелгән бәйгелә иң юғары балдар йыйып финалға үтә.
Ауыл әүҙемселәре эскән ғаиләләрҙе асыҡлау, уларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың йәшәйешен контролдә тотоу, спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүҙе тыйыу маҡсатында рейдтар ойоштора. Алкоголь һәм тәмәкенең зыяны тураһында лекциялар уҙғарыла. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, имен булмағандар исемлегенә индерелгән өс ғаилә дөрөҫ юлға баҫа.
Конкурстың республика комиссияһы алдында үҙ ауылдарының данын яҡлауға Әбйәлил делегацияһы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов етәкселегендә бара. Илдар Таһир улы баһалама ағзаларын районда эскелеккә ҡаршы алып барылған үҙенсәлекле тәжрибә менән таныштыра.
“Эскелек арҡаһында иҫәптә торған ғаиләләргә махсус белгес беркетелде. Ял көндәрендә, айырыуса Яңы йыл байрамында был белгестәр шефлыҡҡа алған ғаиләләрҙең хәлен даими белешеп торҙо һәм мәғлүмәтте хакимиәттә ойошторолған штабҡа ебәрҙе. Алым үҙенең һөҙөмтәлелеген аҡланы. Быға тиклем 570 ғаилә иҫәптә торһа, хәҙер уларҙың һаны 460-ҡа төштө”, – ти Илдар Нафиҡов.
Таштимер ауылы уңған ғаиләләргә бай. Ошондай шәп парҙарҙы билдәләү маҡсатында төрлө проекттар булдырылған, конкурстар уҙғарылып тора. Изге эштәр көнө марафонына ярашлы өлкәндәргә, мохтаждарға төрлөсә ярҙам ойошторолған.
“Спорт – сәләмәт йәшәү рәүеше” девизы аҫтында даими рәүештә футбол, волейбол ярыштары ойошторола. Велосипедта уҙыштар бик ҡыҙыҡлы үткән, унда ололар ҙа, балалар ҙа теләп ҡатнашҡан. Тағы ла Әбйәлил районы үҙҙәренең “Формула 1” ярышын булдыра. Ҡиммәтле болидтарҙан айырмалы рәүештә, унда Рәсәй автомобилдәре уҙыша, ә пилоттары – ябай ауыл кешеләре. Ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Әбсәҙиева һөйләүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә автоуҙыш, ат сабышы кеүек саралар йәштәр башланғысы менән ойошторолған, сөнки Таштимер ауылында йәштәр төпләнә, ғаилә ҡора.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ауыл халҡы көсө менән ике ай эсендә хоккей майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Уны төҙөүгә ауыл халҡынан тыш ошонда үҫеп, әлеге мәлдә ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡатнашҡан. Был иһә республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән “Атайсал” проектының тормошҡа ашырылыуы, тип әйтергә мөмкин.