Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 12:25

Дорогала Дәриғә

Совет власының тәүге йылдары. Әҙәм балаһы “таяҡ”ҡа эшләй. Ә донъя көтөргә кәрәк. Тамаҡтан тыш өҫкә кәрәк, башҡа кәрәк, аяҡҡа ла. Кеше түҙә, кеше бирешмәй. Алыш-биреш итеп булһа ла тырышҡан була, тырмашҡан була.

Совет власының тәүге йылдары. Әҙәм балаһы “таяҡ”ҡа эшләй. Ә донъя көтөргә кәрәк. Тамаҡтан тыш өҫкә кәрәк, башҡа кәрәк, аяҡҡа ла. Кеше түҙә, кеше бирешмәй. Алыш-биреш итеп булһа ла тырышҡан була, тырмашҡан була.
Шулай, Дәриғә ҡарсыҡ та, һарыҡтарҙың көҙгө йөнөн алғас, үҙенә ап-аҡтан, бабайына ҡап-ҡаранан быйма баҫтырырға уйлай. Һораша-белешә торғас, күрше урыҫ ауылында быйма баҫыусы ҡарт барлығын белеп ҡала. Бер ниәтләгәс тип, китә сығып Дәриғә ҡарсыҡ, йөнөн ҡыҫтырып, теге ҡарт янына.
Дәриғә ҡарсыҡ тигәс тә, бөткән ҡарсыҡ түгел ул. Теттереп донъя көтә, емертә баҫып, дер һелкетеп, атлап түгел, йүгереп йөрөй. Был юлы ла шулай дәртләнеп, йүгерә-атлай сығып китте ауылдан.
Атлауы дәртле, юлы ырамлы барҙы. Күңеле күтәренке, йырлаштырғылап та ебәрҙе.

Ярты юлды үттеме-юҡмы, йөк тейәлгән аты менән бер урыҫ ҡыуып етте (урыҫтыр тип уйланы, сөнки көрәктәй ерән һаҡалы бар ине).

– Садись, кума, – тип йөк башынан урын күрһәтте.
Урыҫса бер һүҙ белмәһә лә, ишараны аңланы Дәриғә ҡарсыҡ. Байтаҡ ҡына тейәлгән тал өҫтөнә “ах” та “бох” килеп менеп ҡунаҡ­ланы.

“Беҙҙең ауыл тирәләй шәп таллыҡ бар шул. Шуны ташый, ҡәһәр һуҡҡыры”, – тип эстән генә мыңғырлап ҡуйҙы әбекәй.
Күреп белмәһәләр ҙә, ишетеп беләләр был урыҫты. Бик шәп, бик матур итеп, килештереп талдан ҡаҙ оялары, кәрзиндәр, мурҙа үрә, тиҙәр уны. Бына тигән итеп икмәк күнәктәре, силәктәр, тырыз-мырыз да эшләй. Һирәк-һаяҡ булһа ла, беҙҙең ауылға ла килеп юҡ-барға алмаштырғылай шикелле. Шикелле, тине, сөнки Дәриғә ҡарсыҡҡа улар бөтөнләй кәрәкмәй. Үҙенең бабайы ла бынамын тигән оҫта бит!
...Ҡар әле унда-бында ғына ятһа ла, атҡа ауырыраҡ. Әллә атын йәлләп, әллә юл йөрөүҙән ялҡҡан урыҫ һуҙыбыраҡ:

– Эх, доро-о-ги! – тип ҡуйҙы.
Дәриғә ҡарсыҡ үҙенең исемен ишеткәндәй булып, “әүсе” тип яуап ҡайтарҙы. Байтаҡ ҡына, хәйер, юл буйына инде, шым ғына барҙылар. Оҙон үрҙе менгәндә урыҫ нимәлер тип бик оҙаҡ ҡына һүгенеп алды, менеп еткәс, шымып, уйға ҡалды.
Үрҙән төшкәндә инде ат үҙенсә яйлап ҡына юртып китте. Шул саҡ теге урыҫ, уйының осона сыҡҡандай:

– Да, дорого все, дорого, – тип үҙ алдына уфтанып ҡуйҙы.
Дәриғә ҡарсыҡ тағы миңә өндәшә тип уйлап “әү” тип яуап­лай.

Урыҫ ауылына ҡаза-маҙаһыҙ ғына барып инделәр. Урыҫ та бик аҡыллы икән. Ултыртҡан саҡта тоҡто күтәреп һалышты бит. Унда йөн икәнен шәйләгәс, туп-тура быймасы ҡарттың өйөнә индереп китте.
Дәриғә ҡарсыҡ юлға сыҡҡанда Хоҙайҙың “Амин” тигән сағы тура килгәндер. Быймасы ҡарт өйҙә ине. Мәрйәһе башҡортса арыу ғына һупалай икән. Вата-емерә, урыҡ-һурыҡ тигәндәй, төштөләр мәсьәләнең төбөнә. Һөйләшеп, килештеләр, ҡул да бирештеләр. Урыҫ ҡарты “баҫам” тине, Дәриғә ҡарсыҡ “ҡаҙҙарымды һуйғас, ҡыҫтырам да килеп алам” тине.
Урыҫтың мәрйәһе бик алсаҡ булып сыҡты. Дәриғә ҡарсыҡтың “юғына” ҡарамай, өҙмәй-ҡуймай, сәй эсергә алып инде. Сынаяҡ артынан сынаяҡ сәй, һүҙ артынан һүҙ ағылды ғына сылтырап. Дәриғә ҡарсыҡ та һупалай-һупалай юлда килгәндә булған хәлде һөйләп бирҙе. Күргән-белгән кеше түгел, исемемде ҡайҙан белә икән, тип аптыраны.
Мәрйәкәй зәп-зәңгәр күҙҙәрен емелдәтеп, зыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Оҙаҡ көлдө. Ысын күңелдән, күҙҙәренә йәш килгәнсе көлдө. Һуңынан тынысланып, тағы бер сынаяҡ сәй эскәс, эштең айышын аңлатып бирҙе. Дәриғә лә үҙенең наҙанлығынан уңайһыҙ­ланып, кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. Сәй эсеп ҡайтырға йыйынғас (була бит бер ҡатлы әҙәмдәр), байтаҡ ҡына йәшелсә, еләк-емеш тоттороп, оҙата сыҡты мәрйә. Йылы итеп, күптәнге таныштар кеүек хушлаштылар.
...Юлдарының уңыуына ҡыуа­нып, яңы знакум таптым, тип Дәриғә ҡарсыҡ йөрәкһенеп-елпенеп, ҡулдарын болғай-болғай ҡайтыр юлына ҡуҙғалды.

Урыҫ ауылын үтеп киткәнсе, тирә-яғына ҡарана-ҡарана “дорогала Дәриғә” тип ихлас көлөп кенә ҡуйҙы.


Учалы районы,

Рысай ауылы.
Читайте нас