Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Октябрь районының ЗАГС бүлегендә Лилиә һәм Азамат Фәттәховтарға унынсы балалары тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Фәттәховтарҙың ғаилә ҡороуына тиҙҙән 18 йыл тула. Татыу ғаиләлә хәҙер биш ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләнә: 2002 йылғы Кәрим, 2004 йылғы Сафия, 2007 йылғы Әмир, 2008 йылғы Самира, 2010 йылғы Амаль, 2012 йылғы Әлиә, 2015 йылғы Аяз, 2017 йылғы Әмилә, 2019 йылғы Самат һәм ошо көндәрҙә генә донъяға килгән Лия.
Ғаилә сәләмәт тормош алып бара һәм тормоштағы һәр күренешкә тик ыңғай ҡарашта булырға кәрәк, тип һанай. “Тормошта бер нимәнән дә ҡурҡырға ярамай, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, - ти ғаилә башлығы Азамат Урал улы.
Ҙур ғаиләгә ике яҡлап та атай-әсәйҙәре, туғандары ярҙам күрһәтә, өлкән балалар бәләкәстәрен ҡараша.
Күп балалы Фәттәховтар ғаиләһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп йәшәүен теләйбеҙ!
Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.