“Айыҡ ауыл” конкурсында Учалы районы данын Илсе ауылы яҡлай. Ауылға 1743 йылда нигеҙ һалынған, уның атамаһы биләмәгә тәүгеләрҙән булып килеп төпләнгән Илсе Асановтың исеменән килеп сыҡҡан. Бөгөн бында 459 йорт хужалығы иҫәпләнә, унда 1253 кеше йәшәй.
Ауыл хакимиәте башлығы Азат Вәлитов белдереүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн ныҡлы ҡарарға килер алдынан тәүҙә ауыл әүҙемселәре менән йыйын ойошторолған. Конкурс шарттары менән танышып, һәр кем үҙ тәҡдимен еткергәндән һуң, саралар планы ҡабул ителгән. Уға ярашлы, төрлө спорт ярыштары, милли байрамдар, тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса өмәләр, эскелеккә ҡаршы акциялар, рейдтар үткәреү күҙалланған.
– Тәүҙә район кимәлендә конкурс иғлан ителеүен ишетеү менән илселәргә тәҡдимде еткергәс, барыһы ла дәррәү риза булды. Ең һыҙғанып төрлө саралар үткәрә башланыҡ һәм беҙҙең тырышлыҡ бушҡа китмәне, һайлап алыу этабында еңеп сыҡтыҡ. Был еңеү беҙгә артабан да сәмләнеп ярышырға көс-дәрт өҫтәне. Ойоштороу комитетында ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр, әүҙемселәр бер-береһенә иң ҡуйып, бөтә сараларҙы район кимәлендә кәңәшләшеп, килешеп эшләйбеҙ, – ти Азат Вәлитов.
Конкурс ауыл кешеләренең тормошон, булмышын, фекерләүен, донъяны ҡабул итеүен тамырынан тик ыңғай яҡҡа үҙгәрткән. Шуныһы ҡыуаныслы, сәләмәт тормош яҡлылар рәтенә йәштәр ҙә дәррәү ҡушылған. Быйыл яңы тормош ҡорған өс ғаилә туйҙарын иҫерткес эсемлекһеҙ үткәргән. Төрлө һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙә милли эсемлектәргә өҫтөнлөк биргәндәр.
“Айыҡ ауыл” конкурсынан дин әһелдәре лә ситтә ҡалмаған, айыҡлыҡты пропагандалауға тос өлөш индергәндәр.
Илсе ауылы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайынса, район, хатта республика кимәлендә лә ярыш-конкурстар, тәрбиәүи әңгәмәләр, өмәләр ойоштора. Ошо ваҡыт эсендә сараларҙың күпләп уҙғарылыуы, уларҙың һәр ҡайһыһының төптән уйланылып, еренә еткереп башҡарылыуы иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, “Яңы йылдың мажаралы уйындары”, “Шаҡай уйындары”, “Илсе һылыуҡайы”, “Йөҙ уҡ” конкурстарының масштабы, ҡыҙыҡлылығы, халыҡтың күпләп йәлеп ителеүе менән береһен дә битараф ҡалдырмаған, республика кимәлендә танылыу алған. Был сараларҙы ойоштороп-үткәреү киләсәктә лә дауам итәсәк тип күҙаллана.
Ошондай тырыш, татыу халҡы булған Илсе ауылы – Учалы районының ғына түгел, тотош Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы.