Йәмғиәт
2 Апреля 2021, 10:07

Исеменә күрә булһын есеме

Айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған мәртәбәле бәйгенең республика этабына быйыл Күгәрсен районынан Исем ауылы сыҡты.

Айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған мәртәбәле бәйгенең республика этабына быйыл Күгәрсен районынан Исем ауылы сыҡты.


Исем – күп милләтле ауыл. Бында башҡорт, рус, татар, сыуаш, мордва, немец, украин милләте вәкилдәре бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеп, үҙ-ара татыулыҡта йәшәй. Быны ауыл әүҙемсеһе Вадим Соловьев миҫалында асыҡ күрергә була. Рус исем-шәрифле Вадим Николаевичтың Өфөлә проект яҡлауҙа саф башҡортса һөйләүе комиссия ағзаларын һоҡландырған.
Ауыл хакимиәте башлығы Юлиә Хренова әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһендә ҡатнашыу тураһында иғлан иткәс, барыһы ла был башланғысты бер тауыштан күтәреп алған. “Айыҡ ауыл” сиктәрендә унда һәр төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелеп тора. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә был бәйгегә үҙ өлөштәрен индермәй ҡалмай, мәктәп, хужалыҡтар менән берлектә халыҡ араһында аңғартыу эштәре алып бара, йөкмәткеле әңгәмәләр ойоштора.
Ауылда халыҡ йолаларын, кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү йүнәлеше буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына ауылдың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кис ултырыуға йыйылып, ағинәйҙәр ҡорон булдырыу тураһында килешә. Исемдә ете милләт вәкиле йәшәһә лә, ерле халыҡ булып башҡорттар иҫәпләнә. Ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен тергеҙеү сиктәрендә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, ябай ғына саралар нигеҙендә лә милләт асылы сағыла.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән ҡул эштәренә маһир булған. Исем ауылы ла алтын ҡуллы, егәрле хужабикәләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Шәл оҫтаһы Фәрҙиә Хәмит ҡыҙы Ихсанова күҙҙең яуын алырҙай матур мамыҡ шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, ултырғыс япмалары бәйләй.

Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рузәлиә Ғәлимова ла маҡтауға лайыҡ. Шәл, ултырғыс япмалары бәйләй, балаҫтар һуға, аш-һыу оҫтаһы. Уның бөтә күңелен һалып бешергән сәк-сәктәре, бәлештәре ауыл байрамдарында, ҙур сараларҙа табын йәмләй.
Ауыл биләмәһендә элек-электән һәр йәһәттән бөтмөр, егәрле халыҡ йәшәй. Ниндәй генә бәйгеләр, конкурстар, ярыштар булмаһын – әүҙем ҡатнашалар, ә уртаҡ һөҙөмтә бер булырға тейеш – ул да булһа ауыл тормошон, халыҡтың көнитмешен яҡшыраҡ итеү!
Читайте нас