Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 09:12

“Күңелде асҡан газ” ҙур хәүеф тыуҙыра

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проектына ярашлы Өфөлә сираттағы рейд ойошторолдо. Был юлы халыҡ контролерҙары “күңелде асҡан газ”ды һатыуҙың тыйылыуын иҫкәртеү маҡсатын ҡуйҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар, баш ҡаланың сауҙа хеҙмәттәре күрһәтеү һәм социаль учреждениеларында булып, санитар-эпидемиология талаптары һәм ҡанундары үтәлешен тикшерҙе. Был рейдта “Башҡортостан” гәзите журналисы ла ҡатнашты.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проектына ярашлы Өфөлә сираттағы рейд ойошторолдо. Был юлы халыҡ контролерҙары “күңелде асҡан газ”ды һатыуҙың тыйылыуын иҫкәртеү маҡсатын ҡуйҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар, баш ҡаланың сауҙа хеҙмәттәре күрһәтеү һәм социаль учреждениеларында булып, санитар-эпидемиология талаптары һәм ҡанундары үтәлешен тикшерҙе. Был рейдта “Башҡортостан” гәзите журналисы ла ҡатнашты.


“Быйылдан медицинала, сәнәғәттә һәм техник маҡсатта файҙаланылмаған азот әсетмәһе әйләнешен сикләүҙе индергән Федераль закон ғәмәлгә инде. Беҙҙең төбәктә был закондың үтәлешен тикшереүҙе асыҡлау өсөн рейдҡа сыҡтыҡ. Шулай уҡ һатыусыларҙы яңы индерелгән тәртип ҡанундары тураһында ла иҫкәртәбеҙ. Бынан тыш, әүҙемселәр “күңелде асҡан газ” менән онлайн тәртибендә сауҙа итеү нөктәләрен асыҡлау маҡсатында социаль селтәрҙә мониторинг үткәрә, ошондай нөктәләрҙе фашлау өсөн йәштәрҙән дә һорау алыуҙар ойоштора”, – тине Башҡорт­остан Республикаһындағы “Халыҡ контроле” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Сара барышында “Халыҡ контроле” проекты ағзалары “Апшерон” ресторанына юлланды. Уның хужалары “саҡы­рылмаған ҡунаҡтарҙы” ризаһыҙлыҡ менән ҡаршы алды. Халыҡ контро­лерҙары фойела дистанция һаҡлау өсөн һыҙаттар ҡуйылмағанын, ашхана цехтарында аш-һыу хәстәрләүселәрҙең бирсәткәһеҙ һәм битлекһеҙ эшләүен күрҙе. Шулай уҡ һыуытҡыста ла аҙыҡ-түлектең төрҙәргә бүленеп һалын­мауына, күгәргән продукция һаҡла­ныуына ҡағылышлы етешһеҙлектәрҙе асыҡланы.
Тәүҙә ризаһыҙлыҡ күрһәткән ресторан хужаһы, тора-бара тынысланып, етешһеҙлектәрҙе танып, башҡаса быға юл ҡуйылмаясағын белдерҙе.

Ошо уҡ бинала Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы урынлашҡан. Әйтергә кәрәк, был бинаны дәүләт уларға эшмәкәрлек алып барыу өсөн биргән. Тик улар үҙҙәренә бирелгән бинаның бүлмәләрен кальян кафеһы, караоке-бар кеүек күңел асыу предприятиеларына ҡуртымға биргән.
Әйтергә кәрәк, хужалар халыҡ контролерҙарын бик яһил рәүештә ҡаршы алды, шуға ла бында тыныс ҡына һөйләшеү килеп сыҡманы. Улар ни өсөндөр “көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың” килеүенә ныҡ борсолдо, ҡурҡытып-янап та маташты.
– Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең бинаһын тикшерергә килдек. Дәүләт тарафынан уларға ҙур бүлмә бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡуртымға биреп, аҡса эшләйҙәр. Ләкин үҙҙәренең төп уставы буйынса нимә менән шөғөлләнгәндәрен, йүнәлештәрен күрһәтергә теләмәйҙәр. Тотош бина буйлап йөрөп сыҡҡандан һуң, төп етешһеҙлек билдәләнде – ошо бинала күңел асыу учреждениеһы урынлашҡан. Бында шул уҡ кальян тартыу, караоке-бар кеүек урындарҙың булыуы, әлбиттә, ҡануниәткә яраған эш түгел, – тине Гөлнур Ҡолһарина, был ойошманың бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң.
Әйтергә кәрәк, был бинаға эләгеү ҙә еңелдән түгел, махсус рөхсәт буйынса ғына индерәләр. Беҙ барғанда тәүҙә бикле торған тышҡы ишекте астырттыҡ, һуңынан тағы ла һаҡ аша үттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында беҙ бары бер генә инвалидты осраттыҡ, етәкселектән башҡаса кеше юҡ тиерлек – коридор буш, тып-тыныс. “Бында ярҙамға, яҡлауға мохтаждар өсөн ойошма эшләгәнен күптәр белмәйме икән, әллә ишектәре бикле торған бинаға үтә алмайҙармы?” тигән һорау тыуҙы. Ғәҙәттә, бындай ойошмалар барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла, килеүселәрҙе лә асыҡ йөҙ менән ихлас ҡаршы ала, тик бында ниңәлер үтә борсолоп, туҙынып киттеләр. Хатта кәрәгенән тыш, килешмәгәнсә ҡыландылар...
Ә бына “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенең “Галамарт” сәнәғәт тауарҙары супермаркетында етәкселек халыҡ контролерҙарын тыныс ҡаршыланы. Тикшереүселәр ҙә бында һатыусылар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын теркәмәне, ә бына газ баллоны ҡуйылған кәштәлә 18+ билдәһенең булмауына ныҡлы иғтибар итте.
– Углеводород ҡатнашмаһы булған газдарҙы һәм ут тоҡандырғыстарҙы балаларға һатыу тыйыла, ләкин газ һәм башҡа тиҙ тоҡаныусы матдәләр кәштәһенә 18 плюс билдәһе ҡуйылмаған. Халыҡ менән аралашҡанда башҡа етешһеҙлектәр асыҡланманы, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” федераль проекты ағзаһы Сергей Захаров.
Супермаркет идарасыһы Денис Хәсәнов: “Бәлиғ булмағандарға инде йыл ярым газлы тауарҙарҙы һатмайбыҙ, сөнки балаларҙың уның менән ағыуланыуы тураһында яңылыҡтарҙан ишеттек”, – тине.
Сара барышында “йәшерен” һатып алыусыларҙы ебәреп, 18 йәше тулмаған үҫмерҙәргә “күңелде асыусы” газ һатҡан нөктәләрҙе фашлау маҡсаты ла ҡуйылғайны. Әлегә баш ҡаланың билдәле сауҙа үҙәктәрендә бындай осраҡтар асыҡланманы.
Рейд сауҙа һәм социаль учреждениелар етәкселәре өсөн фәһемле булды. “Халыҡ контроле” ағзалары теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр тураһында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығына хәбәр итәсәк, хоҡуҡ боҙоуҙар иҫбатланған осраҡта юридик шәхестәрҙе административ яуаплы­лыҡҡа тарттырыу ҡарала.
“Халыҡ контроле” ағзаларының был мәсьәләгә иғтибар итеүе тиккә түгел, сөнки республикала ла газ баллон­дарындағы, ут тоҡандырғыстарҙағы матдәне еҫкәү һөҙөмтәһендә балалар­ҙың үлем осраҡтары теркәлде. Шуға ла был мәсьәләгә һатыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә етди ҡарарға тейеш. Тәртип һаҡлау органдарында белдереүҙәренсә, был насар һәм үтә лә хәүефле ғәҙәт үҫмерҙәр араһында таралған. Бәлиғ булмағандарҙың ағыуланыу осраҡтары буйынса уҙғарылған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, үҫмерҙәр газлы ут тоҡандырғыстарҙы ҡулланып, галлюцинация тәьҫирен алыу ысулдары тураһында яҡшы белә. Әммә бындай мауығыуҙар бик насар эҙемтәгә алып килә, тик бала йәшенән сыҡмаған йәш быуын ошо хаҡта уйлап та бирмәй, ихтыяр көстәре лә йомшаҡ һәм үҙ-үҙҙәрен тәнҡитләү кимәле лә үҫешмәгән. Улар газды еҫкәүҙең тонсоғоуға алып килеүе, йәғни газ еҫкәү һөҙөмтәһендә мейегә кислород килеүҙән туҡтауы хаҡында уйлап та бирмәй. Газдың кеше организмына башҡа ағыулы йоғонтоһо ла күп.
Ғөмүмән, балаларҙы бәләнән ҡурсалау өлкән быуындың изге бурысы булыуы хаҡында онотмаһаҡ ине.

Читайте нас