Ростислав Мырҙағолов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы исеменән Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының элекке етәксеһе Петр Бобылевтың вафат булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Петр Миронович 70 йәшендә Өфөлә вафат булды.
“Бөгөн минең өсөн ысынлап та бик ауыр көн. Петр Мироновичты бик яҡшы белә инем. Йәшебеҙҙә айырма байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, йыш аралаша торғайныҡ. Өлкән иптәшем миңә аҡыллы кәңәше менән һәр саҡ ярҙам итте. Чиновниктар ҡулланған “ватансылыҡ”, “дәүләтселек” һәм башҡалар кеүек модалы һүҙҙәр уның өсөн бер ҡасан да буш һүҙ булманы. Был уның позицияһы, йәшәү рәүеше ине. Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы исеменән Петр Мироновичтың яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның исеме мәңгеләштерелер тип ышанабыҙ һәм ошондай башланғысты тәҡдим итәсәкбеҙ”, – тине республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе.
Фото: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/355777/