Тәтешле районының Шулған ауылы – Гәрәй-Урман ырыуы башҡорттары ауылы. Уның барлыҡҡа килеү тарихы ун етенсе быуаттар аҙағына барып тоташа. Архив документтарынан күренеүенсә, ул ваҡытта егерме ике ихатала һикһән алты аҫаба башҡорт йәшәгән. Хәҙер иһә Шулған ауылы Тәтешле районының иң ҙур ауылдарының береһе – бында меңдән ашыу татыу һәм дуҫ халыҡ көн итә.
Ауылдың бер яғында Тәкмән, икенсе яғында Кәбән тауҙары, эргәлә генә Гәрәй йылғаһы аға. Шулған тирә-яҡта шишмәләре менән дан тота, уның эргә-тирәһендә йөҙгә яҡын шишмә иҫәпләнә, ә ауылдың үҙендә генә алты сығанаҡ. Һәр береһенең үҙ исеме, үҙ тарихы бар. Ауыл халҡы йыл да район кимәлендә “Шишмә байрамы” ойоштора, уларҙың тирә-яғын таҙартып тора.
Шулғандарҙың тағы бер ғорурлығы – балалар оркестры. Коллектив район һәм республика кимәлендәге сығыштарҙа йыш ҡатнаша.
Шулғандағы Крупская исемендәге хужалыҡ районда һөт һауыу буйынса алдынғы урында. Предприятие ауылда ойошторолған һәр сараға оло ярҙам күрһәтә. Шулған тәмле ҡымыҙы менән дә дан тота. Ауылда һуңғы ваҡыт туйҙарҙы иҫерткес эсемлектәрһеҙ, ҡымыҙ менән генә уҙғара башлағандар. Шулған ауылы көндән-көн матурлана, төҙөкләнә.
– Төрлө социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтелгән программаларҙа ҡатнашып торабыҙ, район да ярҙамынан ташламай. “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнашыуыбыҙ ауылыбыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла матурыраҡ итеү, халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға өндәү йәһәтенән булды, – тип һөйләне Ынйы Бәҙертдинова.
Тәтешле районының иң ҙур, иң боронғо ауылында йәшәгән халыҡ эшкә лә оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир. Тыуған ауылында ҙур йорттар һалып, баҡса ултыртып, мал-тыуар ҡарап, гөрләтеп йәшәй улар. Иң мөһиме – Шулғанда йәш-елкенсәк күпләп төпләнә, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө.