Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда янғын һүндереү техникаһына арналған “Сквозь время” тип аталған мобиль күргәҙмә теҙмәһенең тәүгеһе үтте. Бында элекке лә, заманса ла техника ҡуйылған.
Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов асты. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән бергә улар хеҙмәт уңыштарына лайыҡ булғандарҙы бүләкләү тантанаһын үткәрҙе.
Теләгәндәр күргәҙмәлә заманса янғын һүндереү техникаһы менән бер рәттән үткән быуаттың башы, уртаһындағы өлгөләрен дә күрә алды. Әлеге көндә ҡулланылған автобаҫҡыстар, автоцистерналар, тәү ярҙам өсөн компактлы автомобиль, мотопомпалы янғын һүндереү мотоциклы, хатта ат арбаһын да күрергә мөмкин ине.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә арналған квеста һәр кем үҙен һынап ҡарай алды. Күргәҙмә ваҡытында шулай уҡ интерактив майҙансыҡтар ҙа ойошторолдо, мәҫәлән, иғтибарлылыҡҡа мәсьәләләр, беренсе ярҙам күрһәтеү, хәүефһеҙлек саралары һәм башҡалар.
Күргәҙмәлә янғын һүндереү музейының уникаль экспонаттарҙан торған экспозицияһын да ҡарарға мөмкин булды.
Аҙаҡтан квест һәм “Селфи МЧС РБ” фотоконкурсы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.
Күргәҙмәне ҡарарға теләге булып та уға өлгөрмәгәндәр уны 10 апрель көнө “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы алдына килеп күрә ала.