31 марттан 3 апрелгә тиклем Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән Светлана Смирнова – Евразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретарының беренсе урынбаҫары, Генераль секретариат етәксеһе, шулай уҡ РФ Президенты эргәһендәге Милли мөнәсәбәттәр буйынса совет Президиумы ағзаһы, РФ Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм диндәр араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссия рәйесе Владимир Зорин, “Большая Азия” телеканалының генераль директоры Александр Лебедев килде. Улар республиканың власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты, байтаҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнашты.
Светлана Смирнова БР Хөкүмәте Премьер-министры – Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров менән осрашты. 3 июлдән 10-ына ҡәҙәр Башҡортостанда Ассамблея көндәрен үткәреү планлаштырылған. Осрашыуҙа ошо сараға әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Сараның программаһы, уны әҙерләү буйынса “юл картаһы” раҫланды. Евразия халыҡтарының Генераль ассамблеяһы ултырышын, башҡа эшлекле мәлдәрҙе үткәреү урыны итеп “Башҡортостан” дәүләт концерт залы билдәләнде.
А.Назаров Башҡортостандың ҡабатланмаҫ тәбиғәт ландшафты булған ер икәне, уның ике континент – Европа менән Азия ҡушылған ерҙә урынлашҡаны хаҡында һөйләне. Бында дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй, улар төрлө милләт, дин, мәҙәниәт һәм телдәр вәкилдәре.
Башҡортостандағы Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәре барышында ойошма эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәрен сағылдырған саралар үтере көтөлә. Ассамблеяға Евразияның 40 иле вәкилдәре инә. Был көндәрҙә Рәсәйҙә, сит илдәрҙә йәшәгән күп кенә атаҡлы ҡунаҡтар республикаға килер, тип ниәтләнә.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Толкачев, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни үҙәктәр лидерҙары менән осрашҡанда, ”түңәрәк өҫтәл” барышында милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре лә ҡаралды.
С.Смирнова фекеренсә, Башҡортостан – ул милли сәйәсәт үткәреүҙә үҙ моделен булдырған төбәктәрҙең береһе, бында төрлө милләт вәкилдәре һыйышып ҡына түгел, ә дуҫ һәм татыу йәшәй. “Республика етәксеһе үҙе был процестарҙы белә, улар менән аҡыллы идара итә”, – тине ул.
Владимир Зорин республикала милләтселеккә – йәмғиәтте тарҡатыуға сәбәпсе булырҙай бик хәүефле социаль күренешкә ҡаршы тороу ҙа әүҙем алып барыла, тип билдәләне.
А.Лебедев, республика халыҡ-ара саралар үткәрер өсөн бик яҡшы майҙан, тигән фекер белдерҙе. Уның туристик яҡтан мөмкинлектәре, милләт-ара татыулығы хөрмәткә лайыҡ, тине ул.
Ҡунаҡтар М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында картиналар күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Экспозиция Рәсәй авторҙарының В.Зориндың шәхси коллекцияһында йыйылған 40-тан ашыу әҫәренән тора. Күргәҙмә 25 апрелгә тиклем эшләй.
Иң аҙаҡтан ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап туристик экскурсия ойошторолдо.
Мәғлүмәт, фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайты.