Благовещен ҡалаһында йәшәгән Әминә Ситдикованың һәүетемсә генә барған тормошо былтыр октябрь айында ҡырҡа үҙгәрә. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә юл-транспорт һәләкәтенә тарый. Әминә менән бергә машинала ултырған өлкән ағаһы менән кескәй һеңлеһенә бер нимә лә булмай тиерлек. Ә бына Әминә ауыр йәрәхәттәр ала. Был турала социаль селтәрҙәр аша Благовещен депутаты Сергей Жуков һөйләгән.
Әлеге ваҡытта бала биш ай инде үпкәне яһалма елләтеү аппараты аша тын ала. Тәүҙә табиптар һәм уның яҡындары Әминә үҙаллы тын ала башлар тип өмөтләнә лә бит. Тик ошо тиклем ваҡыт үткәс, баланың һауыҡмаҫы аңлашыла. Уны ни бары операция ғына ҡотҡара аласаҡ.
Операция бик ҡатмарлы, уға диафрагма нервы стимуляторы имплантацияһы кәрәк. Операцияның хаҡы – 9 миллион һум. Ғаиләнең был тиклем аҡса йыйыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә улар битараф булмаған кешеләргә мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта 500 мең һум аҡса йыйылған.
Ғаиләгә ярҙам итергә теләһәгеҙ, түбәндәге реквизиттар буйынса аҡса күсерергә була:
Һаҡлыҡ банкы картаһы: 4276 1609 1961 8299, алыусыһы Мария Анатольевна Ситдикова (Әминәнең әсәһе).