Өфөлә “Милли берҙәмлекте нығытыуға художестволы ижадтың роле” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үтте. Уның эшендә Башҡортостан, Татарстан республикалары, Санкт-Петербург ҡалаһы, Тверь һәм Ырымбур өлкәләренән вәкилдәр ҡатнашты.
Сараның ойоштороусылары – Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәтте үҫтереү һәм рухи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы. Модераторҙар ролендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы рәйесе Владимир Зорин һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәтте үҫтереү һәм рухи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы Татьяна Куюкина сығыш яһаны.
Әлеге темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең тәүгеһе ғинуар айында – Татарстанда, икенсеһе Мәскәүҙә үткәрелгәйне. Өфөләге фекер алышыуҙа яңғыраған сығыштар балаларға һәм үҫмерҙәргә художестволы белем биреү барышында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, шуның менән милли берҙәмлекте нығытыуға өлөш индереүгә арналды.
БР Мәҙәниәт министрлығының Республика белем биреү буйынса уҡыу-методика үҙәге директоры Лариса Марешова Башҡортостан балаларында художестволы белем алыуға ихтыяж ҙур булыуын, әле эшләп килгәндәренә өҫтәп яңы сәнғәт мәктәптәре асыу зарурлығын билдәләне.
“Художестволы белем һәм тәрбиә биреүҙе патриотик тәрбиәнән айырып ҡарарға ярамай. Барлыҡ яҡшы төшөнсәләр бала саҡта һалына”, - тип билдәләне үҙ сығышында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов.
Шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл” ултырышына ярашлы Өфөлә Зориндар ғаиләһенең шәхси коллекцияһынан картиналар күргәҙмәһе асылды. “Дөйөм Рәсәй гражданлыҡ берҙәйлеген булдырыуға һәм илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл иткән бихисап башланғыстар бар. Был йәһәттән бик күп саралар, байрамдар, фестивалдәр үткәрелә, әммә бығаса художестволы ижад был маҡсатта ҡулланылманы. Ә бит мең һүҙ әйтеү урынына ҡайһы берҙә бер картинаны ҡарау ҙа етә! Шуға күрә рәссамдар дәүләт заказдары буйынса эшләргә һәм үҙ ижадын халыҡҡа күрһәтә алырға тейеш”, - тине Владимир Зорин.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.