Рамаҙан айы яҡынлаша. Хаҡ мосолмандар бер ай буйы төрлө ярамаған ғәмәлдәрҙән тыйылып тороп, ураҙа тота. Ҡыҫҡаһы, хәлдәренән килгәнсә яҡшылыҡ, изгелек ҡылалар. Ярҙамға өмөт иткәндәр исемлегендә – ҡарттар, яңғыҙаҡтар, балалар... Айырыуса бәлиғ булмағандар яҡлау-һаҡлауға мохтаж.
"Росстат"ың 2020 йыл йомғаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, илдәге ғаиләләрҙең 30 процентында – улар 10 миллион тирәһе – балалар яңғыҙ ата-әсә тарафынан тәрбиәләнә. Әйткәндәй, күпселек өлөшө (90 проценттан ашыуы) – атайһыҙ ғаиләләрҙә. Ҡалған осраҡтарҙа сабый атаһы менән йә өләсәһе-олатаһы, башҡа туғандары ҡарамағында йәшәй.
Яңғыҙ әсәләрҙән тыуғандарҙы йәки атаһы вафат булғандарҙы иҫәпләмәгәндә лә, ата-әсәһе айырылышҡан осраҡтар барыбер күпселекте тәшкил итә. Был хәлдә уларҙың береһе балаһын тәрбиәләүгә алимент аҡсаһын түләргә тейеш. Ләкин байтаҡ граждан ошо бурысын үтәмәй ҡасып йөрөй. Атайҙарҙың 67 проценты алимент түләмәй.
Әлбиттә, балаларына ярҙам күрһәтеүҙән ҡасып йөрөгән ата-әсәләргә ҡарата яза йылдан-йыл ҡатылана бара. Рәсми эшләмәү етди сәбәп тип һаналмай, сит илгә сығыу тыйыла, транспорт йөрөтөү хоҡуғын сикләү ғәмәлгә инде. Айырыуса ипкә килмәгәндәрҙе хатта иркенән дә мәхрүм итәләр...
Әсәйле бала етем түгел, тиһә лә халыҡ, атайлы бала барыбер арҡалы инде. Ҡайһы бер илдәрҙә атайһыҙлыҡ күренеше яҙмышҡа айырыуса ныҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, Һиндостанда. Был илдә ғаилә башлығы вафат булһа, ҡыҙ кешене кейәүгә биреүе уғата ауыр икән. Быуаттар буйына һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар туйҙы үткәреүгә ҙур сығым талап итә. Ҡыҙҙың бирнәһендә лә алтын-көмөш биҙәүестәрҙән тыш мотлаҡ матур кейем-һалым, яңы һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы булырға тейеш. Атайһыҙ ярлылар был тиклем бурысты күтәрә алмай. Шулай аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән “доури”һыҙ (бирнәһеҙ) ҡыҙ ауыр яҙмышҡа дусар ителә.
Шөкөр, шундай бәхетһеҙҙәргә ярҙам итеүселәр ҙә табыла. Гуджарат штатының Әхмәтәбад ҡалаһынан эшҡыуар Махеш Савани ун йылдан ашыу етем ҡалған ҡыҙҙарҙы ҡурсалай. Ябай крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан егет ҡырҡ йыл элек хеҙмәт юлын затлы таш эшкәртеүсе булып башлай. Тора-бара үҙенең эшен асып, байып китә. Әле ул күсемһеҙ милек, гәүһәр таштар менән сауҙа итә, уҡыу йорттары селтәренә хужа.
Туғаны үлеп китеп, ике ҡыҙы уның ҡарамағында ҡалғас, Махештың ошондай етемдәрҙе уйлап күңеле һыҙа. Һәм ул яҡын-тирәләге һинд ҡыҙҙарына матди ярҙам күрһәтә башлай. Ул ғына түгел, һәр береһенең туйын да ойоштороп, кейәүгә лайыҡлы бирә, артабан да ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тора. Мәҫәлән, бер йыл эсендә генә лә ул һәр береһе алты мең долларҙан ашыуға төшкән 216 туй тантанаһында ҡиәмәтлек атаһы булып ултыра. Ә Махештың биш йыл элек кенә шундай 472 “ҡыҙы” бар ине!
Уҙаман "ҡыҙҙарын" кейәүгә биргәс тә онотмай. "Фейсбук" селтәрендәге сәхифәһендә һәр береһен тыуған көнө менән ҡотлап тора. Элекке көн уның биш ҡыҙы ғүмер байрамын билдәләһә, бөгөн – өсәү. Һәр береһен исемләп, фотолары менән открытка ҡуя ул.
Белеүегеҙсә, Һиндостан йәмғиәте дин буйынса ғына түгел, төрлө социаль ҡатламдарға – касталарға ла бүленә. Улар мөмкинлектәре менән бер-береһенән ныҡ айырыла. Түбән кастаға ҡарағандарҙың төрлө хоҡуҡтары сикләнә, шунлыҡтан уларға көн итеүе бигерәк тә ҡыйын. Шуныһы мөһим: Махеш ярҙамға мохтаж ҡыҙҙарҙы дин һәм каста буйынса айырып ҡарамай. Мәҫәлән, бәләкәй саҡта уҡ атайһыҙ ҡалған мосолман ҡыҙы Нахеда Бану әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡиәмәтлек атаһы ярҙам итмәһә, ул яҡшы белемгә лә эйә булмаҫ, кейәүгә лә уңышлы сыға алмаҫ ине...
Бик фәһемле миҫал, эйеме? Һиндостанда Атай көнөн ҙурлап байрам итеүҙәрен иҫәпкә алғанда, был байрамда Махеш Саваниҙы бер юлы меңгә яҡын ҡыҙы ҡотлайҙыр. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?! Беҙҙәге Ураҙа көндәрендә лә ул-ҡыҙҙарына алимент түләмәй ҡасып йөрөгән ата-әсәләр шул хаҡта уйланып, үҙ балаларына изгелек эшләһә, ниндәй яҡшы булыр ине...