Ирекмәнлекте үҫтереү һәм йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” проектында күҙалланған төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә.
Мишкә районынан хәбәр итеүҙәренсә, райондағы ирекмәндәр хәрәкәте сафында уҡыусылар артҡандан-арта бара. Муниципаль район хакимиәте лә был йүнәлешкә әүҙем булышлыҡ итә. Әле муниципалитетта 13 ирекмән ячейкаһы рәсми теркәлгән. Уларҙың составында меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.
Районда бер генә әһәмиәтле сара ла ирекмәндәрһеҙ үтмәй. Өмә, акция, ветерандарға ярҙам йәки сәләмәт тормошто пропагандалау булһынмы, улар һәр саҡ ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, халыҡтың көнүҙәк социаль проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ күрһәтә.
Мишкә районындағы ирекмәнлек хәрәкәтенә килгәндә, район ирекмәндәренең кураторы Ольга Биктубаеваның ошо йүнәлештәге тырыш хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Тап ул Мишкәлә ирекмәнлеккә нигеҙ һала, вайымлы һәм ярҙамсыл йәштәрҙе бергә туплай.
“Ошо изге миссияның беҙҙең Мишкә районын да урап үтмәүен ҙур ғорурлыҡ менән билдәләргә теләйем. Бер нисә йыл элек беҙҙә “Мин – ирекмән!” проекты ғәмәлгә индерелде, ә мин район ирекмәндәренең кураторы итеп тәғәйенләндем. Ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе булыу минең өсөн, беренсенән, оло яуаплылыҡ, икенсенән – патриоттар командаһы өсөн ҙур ғорурлыҡ!” – тине Ольга Биктубаева.
Фото: mishkan.bashkortostan.ru/presscenter/news/355622/