Йәмғиәт
4 Апрель 2021, 14:00

Ташландыҡ ауылда бер генә ғаилә йәшәй

“Ауылды ташлап китмәйбеҙ. Беҙ иҫән саҡта ул да тере, – ти хужабикә.

“Туймазы районының Серафимовка ауылына ингән ерҙә юл күрһәткесе күҙгә ташлана: “Ольховка”. Уны берәү ҙә яңыртырға ашыҡмай: Николаевка ауыл Советына ҡараған ауыл ташландыҡ тип иҫәпләнә. Унда ни бары ике генә кеше – Валентина һәм Николай Шерстобитовтар йәшәй”, – тип яҙа “Туймазинский вестник” гәзитендә Регина Миһранова.
Шерстобитовтарҙың өйө ауылдағы берҙән-бер урамдың иң осонда, түбәләстә урынлашҡан. Йәшел профнастил менән ҡоймаланған йорт башҡаларынан айырылып тора.
Валентина Тимофеевна ошо ауылда тыуып үҫкән. “Тик атай йортонан бер нимә лә ҡалманы. Ул урында яңғыҙ ҡайын ғына үҫә. Атайым һуғышта һәләк булды. Уны хәтерләмәйем дә тиерлек, ул саҡта миңә ни бары өс йәш булған, – ти ул. – Ольховканан бөтә ирҙәр ҙә тиерлек фронтҡа китеп бөттө. Ауыр эш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төштө”.
Валентина Тимофеевнаға 1 апрелдә 82 йәш тулған, хәләл ефете Николай Михайловичҡа – 75. Ольховкаға улар хаҡлы ялға сыҡҡас күсеп ҡайтҡан. Ошо йылдар эсендә ауыл бөтөнләй бушап, ташландыҡ хәлгә ингән. Төҙөгөрәк өйҙәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әйткәндәй, ике йорт Шерстобитовтарҙыҡы. Уларҙы сит-яттар ауылға килмәһен тип һатып алғандар. Көндәр йылыныу менән ауылға дачниктар килеп тула: берәүҙәре баҡса үҫтерә, икенселәр ҡош-ҡорт үрсетә. Валентина Тимофеевна менән Николай Михайлович күршеләрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Йәй йорттарҙың береһенә ҡыҙҙары Наташа ире Анатолий менән ҡайта, гөрләтеп баҡса үҫтерә.
Өлкәндәргә һуңғы йылдарҙа баҡса ҡарау ҡыйынға төшә башлай. Өҫтәүенә ваҡыт та еткерә алмайҙар. Өс эт һәм ике бесәйҙән тыш, һыйыр, 50-гә яҡын тауыҡ аҫрайҙар. “Йәшерәк саҡта ике һыйыр тота инек. Артып ҡалған һөттө дачниктарға һата торғайныҡ. Әле һарайҙа – бер “Дочка” ғына. Йәй күпләп бройлер һатып алабыҙ. Быйыл ҡаҙ аҫрап ҡарарға ниәтләйбеҙ”, – ти улар.
Буш ваҡытта Шерстобитовтарҙың иң яратҡан шөғөлө – гәзит уҡыу. Матбуғат баҫмаларын улар биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Серафимовкалағы почта бүлексәһенә барып ала. Ольховкала бөтә уңайлыҡтарҙан ни бары электр ғына бар. Бының өсөн Шерстобитовтар Николаевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнис Хөснөтдиновҡа рәхмәт әйтеп бөтөрә алмай.
“Ауылды ташлап китмәйбеҙ. Беҙ тере саҡта Ольховка ла тере, – ти Валентина Тимофеевна. – Ҡалала тын алыуы ҡыйын. Ә бында рәхәтләнеп йәшәйбеҙ. Һуңғы ваҡытта аяҡ ҡына һыҙлап интектерә – йәш бара бит. Николайһыҙ һыйыр һауырға ла сыҡмайым, ҡолап ятырмын тип ҡурҡам. Ирем бирешмәй. Былауын да бешерә, бәлеш тә ҡуя.
Күптән түгел улар ғаилә байрамын билдәләгән, тормош ҡороуҙарына 36 йыл тулған. Әйткәндәй, Шерстобитовтар был датаны бер ҙә онотмай, йыл да байрам табыны ойоштороп, тәмләп сәй эсә. Ир менән ҡатын нисә йыл дауамында икәү генә йәшәп, бер-береһенә шундай күнеккән, уларҙың уй-ниәттәре лә, холоҡ-ғәҙәттәре лә, пландары ла бер. Тәбиғәт, хайуандар, ҡош-ҡорт менән берҙәмлеккә ҡоролған был донъяның – үҙ ҡағиҙәләре, тәртибе, йолалары.
Гәзит авторының был мәҡәләһе “Туймазинский вестник” гәзите тормошҡа ашырған “Ауылҡайым” (“Деревенька моя”) проектына ярашлы донъя күргән.
Фото: tuvest.ru/articles/sobytiya-i-fakty/Kak-givet-derevnya-Olhovka-s-dvumya-gitelyami-v-Tuymazinskom-rayone-746637/
Сығанаҡ: tuvest.ru
Читайте нас