Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында “Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһының VI отчет-һайлау съезы булды. Форумға Тәтешле, Яңауыл, Борай, Балтас, Йәрмәкәй, Илеш, Кушнаренко, Ҡалтасы райондарынан, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларынан делегаттар, шулай уҡ Удмурт Республикаһынан һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар килде.
Съезда ҡатнашыусылар һәм делегаттар иғтибарына биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге Советы рәйесе Сәлимйән Ғарифуллин үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, киләсәккә бурыстар билдәләне.
Уның әйтеүенсә, ойошманың эшмәкәрлеге удмурттарҙың милли үҙаңын үҫтереүгә, башҡа милләт вәкилдәре менән дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға, милләт-ара низағҡа юл ҡуймауға булышлыҡ итә. Сараға йыйылғандар киләһе биш йылға милли-мәҙәни үҙәктең төп эш йүнәлештәрен билдәләне.
Съезда Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы мәктәбе директоры Людвиг Зидымаков ойошманың яңы рәйесе итеп һайланды. Шулай уҡ съезд резолюцияһы ҡабул ителде. Форумдың аҙағында бүләкләү тантанаһы һәм райондың художество үҙешмәкәрлек коллективының концерты булды.