Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәнә торлаҡ-коммуналь хужалыҡта дәүләт мәғлүмәт системаһын тултырыу темаһы күтәрелде. Радий Хәбиров был эште ағымдағы йылдың 15 майына тиклем тамамларға ҡушты.
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында”ғы федераль законға ярашлы, уны коммуналь хеҙмәттәр ташыусылары һәм муниципаль власть органдары мотлаҡ файҙаланырға тейеш. Барлыҡ торлаҡ кооперативтары, идара итеүсе ойошмалар һәм ТСЖ-лар торлаҡ милекселәре йорттары менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы кәрәкле мәғлүмәтте онлайн тәртибендә күреп барһын өсөн унда үҙ эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт ҡуйырға тейеш.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, системаның ҡайһы бер бүлектәрендә мәғлүмәт бигерәк аҙ. 1 апрелгә ҡарата мәғлүмәт системаһында күп фатирлы йорттарҙың 42 процентында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса операторҙар менән килешеүҙәр юҡ, 14,8 процент күп фатирлы йорттар советында капиталь ремонт фондын формалаштырыу ысулы тураһында ҡарары урынлаштырылмаған.
Шәхси йорттар һәм таунхаустарға килгәндә, 28 процент ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса килешеү төҙөмәгән, 8,1 процент йорттарҙа ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар менән килешеүҙәре юҡ.
Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа был мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
– Был - ойоштороу мәсьәләһе, һәм урындарҙа уны хәл итеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында идара итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы. Район һәм ҡала хакимәиәттәре башлыҡтары был мәсьәлә менән әүҙемерәк шөғөлләнергә, 15 майға тиклем системаны тултырып бөтөргә тейеш. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: был - бик мөһим бурыс, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.