Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бер матур яңылыҡ тураһында билдәле булды. Яңауыл менән Салауат ҡалалары илдең Төҙөлөш министрлығы төҙөгән уңайлы ҡала мөхитле ҡалалар исемлегенә ингән. Быға тиклем исемлектә ете ҡала ине – Ағиҙел, Бәләбәй, Дүртөйлө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Өфө. Был турала республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне.
Ишембай, Межгорье, Күмертау, Мәләүез, Баймаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Учалы, Дәүләкән, Благовещен, Бөрө – Бөрөнән башҡа бөтә был ҡалалар шулай уҡ үҙ позицияларын яҡшыртҡан, тик уңайлылар исемлегенә инеү өсөн етерлек балдар тупламаған. Күмертау, Ишембай һәм Мәләүезгә берәр балл ғына етмәгән.
Уңайлы ҡалалар өлөшө буйына Башҡортостан илдә 17-се һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй.
– Минеңсә, яҡшы күрһәткестәр. Тағы ике ҡаланың был исемлеккә инеүе шатландыра. Дөйөм алғанда беҙ проектты үтәнек, хатта арттырып ебәрҙек. Артабан тиҙерәк эшләргә кәрәк, бының өсөн беҙҙә бар мөмкинлектәр ҙә бар. Артабан киттек, – тине Радий Хәбиров.