3 апрелдә Беренсе каналдағы "Бөгөн кис" тапшырыуы, алып барыусы Максим Галкин әйткәнсә, бәхетле осраҡ арҡаһында тормоштары ыңғай яҡҡа үҙгәргән кешеләргә арналды. Унда Башҡортостандан бер түгел өс кеше ҡатнашты.
Беренсе герой - урам һепереүсе Юрий Ветлугин. Уның тураһында хәҙер республикала белмәгән кеше юҡтыр.
Икенсе ҡатнашыусы - уникаль скульптура эштәре менән һоҡландырған Салауат Фидаи. Ул - бәләкәс кенә Эйфель башняһы, "Игра престолов" сериалы персонаждарының бюстарын эшләүе менән танылыу яулаған кеше.
Өсөнсөһө - кондитер Ольга Носкова. Уның бешергән торттарына Бритни Спирс һәм башҡа донъя күләмендәге билдәле кешеләр һоҡланыуын белдергән.
Яҡташыбыҙҙың береһен - Юрий Ветлугинды тамашасылар менән таныштырыр алдынан алып барыусы экранда Мэттью Макконахи, Кристина Бэйл, Мадс Миккельсон кеүек голливуд йондоҙҙарының фотоларын күрһәтә, иң аҙаҡтан ғына Юрий Ветлугиндың фотоһы пәйҙә була. Юрийҙың урам һепереүсе булып эшләүе тураһында ишеткән ҡунаҡтар бик ныҡ ғәжәпкә ҡала.
Алдан белеүебеҙсә, Юрий Өфө фотографы Роман Филиппов арҡылы танылыу яулай. Халыҡ урам һепереүсенең ҡыҙғаныс хәле тураһында күреп-ишетеп, тиҙ арала ярҙам ойоштора, мут әҙәмдәр батырған кредит һаҙлығынан ҡотолор өсөн аҡса йыя. Шунан алып ирҙең тормошо ҡырҡа үҙгәрә, билдәле кешегә әүерелә. Хәҙер Юра төрлө сараларҙа ҡатнаша, кеше араһында үҙен ышаныслыраҡ тота. Ветлугин үҙе яҙмышының ныҡ үҙгәреүе тураһында былай ти:"Тормошом яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрҙе. Әле бергә эшләгән кешеләр мине хөрмәт итә, ҡәҙерләй башланы".
Беҙ билдәле булып киткән, бәхетле яҡташтарыбыҙ өсөн бик шатбыҙ, артабан да уңыш ғәли йәнәптәре уларҙы ташламаһын, барыһы ла ыңғай барһын тип теләйбеҙ.