Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 16:34

Аҙна ҡыуаныслы хәбәрҙәргә бай булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне үткән аҙнаның мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиғалары менән уртаҡлашыуҙан башланы. Улар – Башҡортостанға “БСК”-ның әйләнеп ҡайтыуы, Көнсығыш сығыу юлы туннеле төҙөлөүе, “Өфө – Күмертау” поезы йөрөй башлауы һәм республика ҡалаларының уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар исемлегенә инеүе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне үткән аҙнаның мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиғалары менән уртаҡлашыуҙан башланы. Улар – Башҡортостанға “БСК”-ның әйләнеп ҡайтыуы, Көнсығыш сығыу юлы туннеле төҙөлөүе, “Өфө – Күмертау” поезы йөрөй башлауы һәм республика ҡалаларының уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар исемлегенә инеүе.


“Сода”, поезд, уңайлы ҡалалар...


Уҙған аҙнала ил Президенты Владимир Путин республика милкенә “Башҡортостан сода компанияһы”ның 38,3 процент акцияларын һәм 11,7 процент плюс бер акцияһын ышаныслы идара итеү өсөн тапшырырға ҡарар иткәйне. Шулай итеп, республика предприятие эшмәкәрлеген контролгә алды һәм уның үҫеше менән шөғөлләнәсәк.
– Был хәлдең иртәгәһенә үк мин “Сода”ға барып хеҙмәт коллективы менән осраштым. Шуныһы бар, ҡайһы бер кешеләр был ваҡиғаны дөрөҫ аңламаған. Быны Рәсәй Президенты бүләге түгел, ә Владимир Влади­мировичтың беҙгә булған ҙур ышанысы һәм яуаплылыҡ тип баһаларға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Өфө – Күмертау” поезы маршрутын сафҡа индереүгә килгәндә, Радий Хәбиров уны ыңғай баһаланы. “Был поезд үҙе матур, уңайлы, тиҙ. Республика властары уға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтергә, ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез һәм Күмертау райондары башлыҡтарына тиҙ йөрөшлө электричканың мөмкинлектәрен баһаларға һәм халыҡ араһында маршруттың өҫтөнлөктәре буйынса аңлатыу эше үткәрергә кәрәк”, – тине республика етәксеһе.
Әлеге Күмертауға асылған Көньяҡ экспрестан һуң, артабан Өфөнән Приют ҡасабаһына тиклем Көнбайыш экспресы һәм Өфөнән Белоретҡа тиклем Көнсығыш экспресын ебәреү планда. Был маршруттарҙа “Ҡарлуғас” поездары йөрөйәсәк.

Яңауыл менән Салауат ҡалалары илдең Төҙөлөш министрлығы төҙөгән уңайлы мөхитле ҡалалар рейтингына ингән. Быға тиклем исемлектә ете ҡала ине – Ағиҙел, Бәләбәй, Дүртөйлө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Өфө.
Ишембай, Межгорье, Күмертау, Мәләүез, Баймаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Учалы, Дәүләкән, Благовещен, Бөрөгә килгәндә, Бөрөнән башҡа бөтә был ҡалалар шулай уҡ үҙ позицияларын яҡшыртҡан, тик уңайлылар исемлегенә инеү өсөн етерлек балл тупламаған.

Йәшәргә уңайлы ҡалалар өлөшө буйынса Башҡортостан илдә 17-се һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында сирлеләр арта


Башҡортостанда коронавирус менән сирләгән кешеләр һаны яйлап булһа ла кәмей. Был турала вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне. Һуңғы тәүлектә сирҙе 103 кеше йоҡторған, дөйөм алғанда, был диагноз 32881 кешегә ҡуйылған.
Сирлеләрҙең 3931-е амбулатор рәүештә өйҙәрендә дауалана, 214 кеше – дауаханала. Дүрт кешенең хәле ауыр. Һуңғы тәүлектә 122 кеше һауығып сыҡҡан. Сирлеләрҙең 86,2 проценты һауыҡҡан.
Максим Забелин белдереүенсә, 1 апрелдән алып Өфөләге Дим биҫтәһендәге дауахана коронавирус менән сирлеләрҙе ҡабул итеүҙе туҡтатҡан. Бөгөн республикала ковид-сирлеләр өсөн дөйөм урындар һаны 1668-ҙе тәшкил итә, уларҙың 90 проценты тулған.
Радий Хәбиров Димдәге дауахана тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. “Был дауахана тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталгә әйләнгәйне. Күп кешене һауыҡтырыуҙа ҡатнашты. Был табиптарға рәхмәт”, – тине ул.
Республикала вакцинациялау буйынса ла эш дауам итә. Коронавирустан барлығы 183692 доза вакцина килгән. 151180 кеше уның беренсе компонентын һалдырған. Был кешеләрҙең 62 меңе – 60 йәштән өлкән кешеләр. 102209 кеше икенсе компонентты ла һалдырған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән чиновниктар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре йышыраҡ сирләй башлаған. Асыҡланыуынса, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 18 процент самаһы прививка яһатҡан. Радий Хәбиров ҙур предприятиеларҙа ла вакцинациялауҙы әүҙемләштерергә ҡушты.


Экспорт күрһәткестәре ҡыуандыра


Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов агросәнәғәт предприятиеларында экспорт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Шулай итеп, былтыр республиканан 177,7 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы тауарҙары ситкә оҙатылған. Был 2019 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда 65 миллион долларға күберәк. Әйткәндәй, план 115 миллион доллар тәшкил иткән. Күренеүенсә, ул артығы менән үтәлгән.

– Әгәр 2017 йылда экспорт башлыса сеймал (иген) иҫәбенә алып барылһа, бөгөн өҫтәмә хаҡы юғары булған тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу өҫтөнлөклө һанала. Экспорт структураһында май тармағы (53,8 процент), аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары (15,6 процент), майлы орлоҡтар, спирт, мал аҙығы, шрот (14,6 процент) һәм иген культуралары (14,4 процент) ҙур урын биләй, – тине Илшат Фәзрахманов.


Республика тауарҙарын донъяның 46 иле һатып ала. Улар араһында тәүге урындарҙы Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Ҡытай, Үзбәкстан биләй. Шулай уҡ Пакистан, Монголия, Литва, Норвегия, Беларусь, Иран менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла. Былтыр игенде башлыса Азерйбайжан, Иран, Ҡаҙағстан, Латвия алған. Май ризыҡтары – Ҡытай, Төркиә, Латвия, Дания, Үзбәкстан, шәкәр Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголияға оҙатылған.

Илдең Ауыл хужалығы министрлығы экспорт эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәткән предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәткән. Улар араһында логистика сығымдарын ҡаплау (141,1 миллион һум), сертификатлау сығымдарын ҡаплау (1,4 миллион һум) бар, майлы культураларҙы етештереүҙе арттырыу өсөн 24 миллион һумлыҡ субсидияны 20 республика предприятиеһы алған.
Экспорттың 75 процентын тәшкил иткән төп предприятиелар булып Күмертауҙа “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – (49,9 процент), “Шишмә шәкәр заводы” (10,89 процент), “Шишмә май экстрациялау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (7,61 процент), Мәләүездән “Сервистранском” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (6,84 процент) тора.
Бына балдан ғына артыҡ табыш алып булмай әлегә. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, донъя баҙарында балға хаҡтар республика эсендәге менән сағыштырғанда ике тапҡырға арзаныраҡ. Былтыр Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Канада, Корея һәм Ҡаҙағстанға 195 мең долларлыҡ 47,5 тонна бал һатҡан.
– Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индергәндән һуң да, илебеҙ донъя баҙарында ауыл хужалығы етештергән төп дәүләт булып ҡала. Башҡортостан илдең уртаһында урынлашҡан, беҙгә логистика буйынса Азия менән дә, Европа менән дә эш итеүе еңел, – тине ул.


Йәнә мәктәп туҡланыуы тураһында
Был тема Хөкүмәттәге кәңәшмәләрҙә бик йыш күтәрелә, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы мәктәп туҡланыуы илдә иң яҡшыһы булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәптәге туҡланыу сифатына ялыуҙар яҙыуын дауам итә. Шулай ҙа “Инцидент-менеджмент” системаһына был тема буйынса килгән ялыуҙар бер ни тиклем кәмегән. Әгәр февралдә улар һаны 212 булһа, мартта – 125.
Өфөнән ялыуҙар күп. Мәҫәлән, 1-се лицейҙа, 91-се мәктәптә аҙыҡтың тәмһеҙ булыуы тураһында яҙғандар. Тикшереүҙәр беренсе осраҡта етди етешһеҙлек, икенсеһендә етди булмаған етешһеҙлекте асыҡлаған. Салауат ҡалаһындағы 11-се мәктәптә аҙыҡта бөжәктәр һәм башҡа сит предметтар булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Бында тикшереүҙән һуң аҙыҡ-түлекте һаҡлау тәртибе боҙолоуы һәм келәттә дымлылыҡ менән температураны үлсәү ҡорамалдары булмауы асыҡланған. Йыш ҡына балалар аҙыҡтың һалҡын булыуына ялыу итә. Ата-әсәләр иһә “Алға” картаһы аша мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы һорай. Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа был мөмкинлек бар, оҙаҡламай ауылда ла мәсьәлә хәл ителәсәк.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, ғинуарҙан алып мартҡа тиклем улар был йүнәлештә 176 мөрәжәғәтте тикшергән. Уларҙың 47 проценты туҡланыу сифатына бәйле, ҡалғандары рацион хаҡы, менюҙың төрлө булмауы, порцияларҙың бәләкәйлегенә һәм башҡа темаларға ҡағылған. Министрлыҡ вәкилдәре 202 тапҡыр урындарға сығып, мониторинг үткәргән.
Тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән: мәктәп туҡланыуы сифатын насарайтҡан иҫкәрмәләр байтаҡ. Урындарҙа әҙерләү технологияһын үтәмәү йәки боҙоу осраҡтары теркәлгән. Ҡайһы бер ашханаларҙа технология картаһы бөтөнләй юҡ, ашнаҡсылар үҙ белдегенә бешерә. Шулай уҡ сифаты юғары булмаған ризыҡтар ҡулланылған осраҡтар бар. Аҙыҡ-түлекте һаҡлау шарттары боҙола.
– Һүҙ ҙә юҡ, тиҙ арала етешһеҙлектәр бөтөрөлә, тик бына төҙөлгән контракттар сиктәренлә штраф санкциялары механизмы файҙаланылмай. Тейешле юридик хеҙмәттәр юҡ, йыш ҡына һатып алыу менән уҡытыусылар шөғөлләнә. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә етди тотондоҡ, – тине Алексей Гусев. – Заманса социаль туҡланыу тармағы берҙәм иҡтисади, хоҡуҡи һәм ойоштороу талаптарын үтәүҙе һорай. Шуға күрә Башҡортостанда социаль туҡланыу тураһында закон ҡабул итеү кәрәктер.


Быйыл күпме ағас ултыртылыр?

Кәңәшмәлә ағас ултыртыу акцияһы тураһында һөйләшеү булды. Һүҙ “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы тураһынд бара. Ул 24 апрелдә үтәсәк. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, быйыл был маҡсатта ҡала һәм райондарҙа 670 биләмә билдәләнгән. Бөгөнгә ҡарата 35 мең кеше акцияла ҡатнашыу теләген белдергән.
Үткән ике йылда ошондай экологик акциялар барышында 310 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды, уларҙың 248 меңе, 80 проценты, ерегеп үҫеп китте.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә урман фонды биләмәһендә дөйөм майҙаны 250 гектарлыҡ ағас ултыртыласаҡ. Быйыл акцияның төп майҙансығы булып Шишмә районының Әмин ауылы янындағы биләмә һайланған. Бында яҡынса 10 мең ылыҫлы үҫенте ултыртыласаҡ.
Урман хужалығы министрлығы республиканың дәүләт урман фондын тергеҙеү өсөн бер миллионға тиклем ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫендеһен әҙерләгән.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса үткәрелә.

– Тарихи хәтергә һәм экологияға бәйле бар темаларп Президенттың даими иғтибарында. Быны тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә йәмәғәтселек башланғыстарын ныҡлап файҙаланырға кәрәк. Республикала Матвей Анискин кеүек малайҙарҙың үҫеп килеүе бик ҡыуандыра. Муниципалитеттар башлыҡтары, ошоноң кеүек әүҙем балаларға иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ағас ултыртыу сараларына йәмәғәтселек һәм ирекмәндәрҙе лә ныҡлап йәлеп итергә, уларға мөмкин булғанса уңайлы шарттар булдырырға кәрәк.
Матвей Анискинға килгәндә, Иглин районында йәшәгән 11 йәшлек малай 26 мартта Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияһында бөтә мәктәп уҡыусыларының да ҡатнашыуын ойоштороу кәрәклеген әйтте. Уныңса, ошондай акциялар һөҙөмтәһендә, балалар тыуған ерен дә яратасаҡ, тарихи хәтерҙе лә нығытасаҡ. Президент был идеяны хупланы.


Ташҡынға әҙерлек ныҡлы

Яҙ етеү менән ташҡын проблемаһы көнүҙәккә әйләнә. Был тема аҙна һайын кәңәшмәлә тикшерелә, әҙерлек эштәре алып барыла. Был юлы ла ташҡын буйынса ҙур һөйләшеү булды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, быйыл 11 мең самаһы йортҡа һыу баҫыу хәүефе янай.
– Күҙаллауҙар буйынса, ташҡын ваҡытында 41 муниципаль берәмектә һыу баҫыуы ихтимал. Был 230-ға тиклем ауыл, 11 меңдән ашыу тораҡ йорт һәм 30 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ, – тине ул. – Дөйөм алғанда, беҙ ташҡынға ла, янғын хәүефе миҙгеленә лә, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә лә әҙер.
Хәлде 85 оператив төркөм күҙәтә. Әйткәндәй, 112 Системаһына йорттар һәм ихаталарҙы һыу баҫа башлауы тураһында 423 хәбәр килгән. Уларҙың 365 дөрөҫ булып сыҡҡан.

Читайте нас