Өфөлә хужабикә аш-һыу бүлмәһен яман маҡсатта файҙаланған - уны көслө тәьҫир итеүсе синтетик наркотик матдә әҙерләү урынына әйләндергән.
Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре Черниковка биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә ойошторолған йәшерен нарколабораторияны асыҡлаған. Фатирҙа аҡ порошок менән тулы 16 төргәк тапҡандар. Бынан тыш, быяла колбалар, ниндәйҙер билдәһеҙ шыйыҡса менән пластик канистрҙар табылған.
Хужабикә - Азиза Абдийосопова, ул - Ҡаҙағстандан, әлеге мәлдә ҡатын һаҡ аҫтында. Тикшереү ваҡытында ул үҙенең законһыҙ шөғөлө, йәғни наркотик әҙерләүе һәм һатыуы, уның өсөн кәрәкле нәмәне ҡайҙан алыуы, кемдәр таратырға ярҙам итеүе, иҫәбенә аҡсаның нисек инеүе - барыһы тураһында ла ентекләп һөйләп биргән.
Енәйәт эшен Өфөнөң Ленин районы суды ҡараясаҡ. Наркотик етештергән һәм таратҡан өсөн Азиза Абдийосоповаға 6,5 йылға төрмә янай.