Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 16:30

"Барығыҙҙы ла өмәгә саҡырам"

Өфө мэры Сергей Греков баш ҡаланың барлыҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен 10 апрелдә үтәсәк өмәлә ҡатнашырға саҡырҙы.

Баш ҡала мэры Сергей Греков Өфөнөң бөтә предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен 10 апрелдә үтәсәк дөйөм өмәлә ҡатнашырға саҡырҙы.
Билдәле булыуынса, икенсе аҙна инде урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу бара.
“Беҙҙә күп ойошмалар был мөһим эштә йыл да ҡатнаша. 10 апрелдә ҡаланың бөтә предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен өмәгә сығырға саҡырам”, - тине С. Греков.
Күмәк көс менән генә ҡалабыҙҙы ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан, бысраҡтан таҙарта аласаҡбыҙ. Күркәм мөхит – барыбыҙҙың да сәләмәтлек нигеҙе. Ҡалабыҙҙа яҙғы өмәләр үткәреү - электән килгән һәйбәт йола, быйыл да ул ойошҡан рәүештә уҙыр, Өфө күҙгә күренеп йәмләнер, кәйеф күтәрелер. Өмәлә ҡатнашайыҡ!
Фото: resbash.ru
Читайте нас