Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 10:30

Шәмбелә диктант яҙабыҙ

Константин Толкачев: "Диктантта ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да Дәүләт Йыйылышы йортона саҡырабыҙ..."

Мәғлүм булыуынса, алдағы шәмбелә, 10 апрелдә, “Тоталь диктант” акцияһы үтәсәк. Был юлы унда ҡатнашыусыларға популяр Рәсәй яҙыусыһы Дмитрий Глуховский яҙған текст тәҡдим ителәсәк. Уны билдәле алып барыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар уҡыясаҡ.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто диктант яҙыу буйынса үҙәк майҙансыҡтарҙың береһе буласаҡ. Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
– Диктантта ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да Дәүләт Йыйылышы йортона саҡырабыҙ. Акцияла ҡатнашыусы һәр кемдең үҙ маҡсаты. Кемдер белемен тикшерә, кемдер студент йылдарын иҫкә төшөрөү өсөн килә. Ә кемдер хәҙер инде донъя киңлегендәге ҙур акцияға ҡушылырға теләй, – тип белдерҙе Константин Толкачев.
Беренсе тоталь диктантты 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары үткәргән. 17 йыл эсендә акция донъя масштабындағы сараға әүерелә. Өфөлә ул тәүге тапҡыр 2012 йылда ойошторолдо.
Акция хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән "Тоталь диктант"тың рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.
Фото:bashedu.ru
Читайте нас