Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 05:00

Йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалғандар

Янғында алты өлкән кеше һәм бер бала зыян күрә. Бөгөн улар төрлө йәһәттән ярҙамға мохтаж.

31 мартта төнгө сәғәт 3-тә Асҡын районы үҙәгендәге Матросов урамы, 15-се йортта янғын сығып, ике ғаилә йорт-ҡаралтыһыҙ ҡала. Янғында алты өлкән кеше һәм бер бала зыян күрә. Бөгөн улар төрлө йәһәттән ярҙамға мохтаж.
Аҡсалата йәки әйберләтә ярҙам итергә теләге булған кешеләр Ғилметдинова Галина Тимерша ҡыҙына – 8-937-343-55-76 һәм Хәмәтнурова Зөлфиә Мөҙәрис ҡыҙына 8-917-408-51-66 шылтырата ала. Аҡса күсерергә теләгән осраҡта банк карталары ошо номерҙарға бәйле.
Был ғаиләләргә 38-се, 39-сы, 46-сы үлсәмле ир-егеттәр аяҡ кейемдәре, 39-40-сы үлсәмле ҡатын-ҡыҙҙар аяҡ кейемдәре, 48-се, 50-се үлсәмле ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙға – йылы кейемдәр, 12 йәшлек үҫмергә яраған куртка, спорт костюмы, салбарҙар, күлдәктәр, шулай уҡ мәктәп кәрәк-яраҡтары кәрәк. Яңы һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә алған кешеләргә лә бик рәхмәтле буласаҡтар.
Ярҙам итергә теләгән кешеләр бөтә һорауҙар менән үрҙәге телефондар аша мөрәжәғәт итһен. Шулай уҡ Өфөлә йәшәгән Асҡын районы яҡташтар берлеге рәйесе Рәмил Мөхәмәҙиә улы Рафиҡовҡа шылтыратырға мөмкин: 8-937-303-83-68.
Фото: Башинформ.
Читайте нас