Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһы етәксеһе Игорь Маныпов республика һәм федераль учреждение араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ, проект документтары һәм инженер тикшеренеүҙәре, архитектура-төҙөлөш проектлауы өлкәһендә норматив-хоҡуҡи, техник базаны камиллаштырыу, дәүләт экспертизаһы үткән саҡта административ кәртәләрҙе кәметеү, ҡала төҙөү тармағында оптималь хаҡтар булдырыу системаһын һәм норма сметаһын үҫтереү йүнәлешендә оҙайлы ваҡытлы, һөҙөмтәле, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Шулай уҡ килешеү нигеҙендә проект документтарын әҙерләү, дәүләт экспертизаһы үткәргән республика белгестәренең компетенцияларын арттырыу ҙа ҡаралған.
Хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлеше – мәғлүмәти моделләштереү технологияһын индереү. Ул капиталь төҙөлөш объекты моделен булдырыу, проектлау һәм экспертиза өлкәһендә берҙәм һанлы мөхит булдырыуҙы күҙаллай. Был һөҙөмтәле ведомство-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу, торлаҡ, социаль объекттар төҙөүҙе тиҙләтеү, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирәсәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан май айында Берҙәм федераль һанлы экспертизалар платформаһын тестлай башлаясаҡ.
- Беҙҙең 2030 йылға бурыс – йылына кәмендә дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү. Бөгөнгө килешеү – был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөһим аҙым, - тине Радий Хәбиров. – Дәүләт экспертизаһы – “һан”ды индереү өсөн уңышлы тармаҡ. Был йәһәттән республика алға бара. Проект документтарына дәүләт экспертизаһы һәм инженер тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен әленән үк электрон төрҙә бирәбеҙ. Килешеү нигеҙендә яңы перспективалы технологиялар индерергә һөйләштек. Был бик күп бюрократик кәртәләрҙе юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, Баш дәүләт экспертизаһы менән хеҙмәттәшлегебеҙҙең бер өлөшөн Республика менән идара итеү системаһына индерергә йыйынабыҙ.
“Әлеге ваҡытта ил мәғлүмәти моделләштереүгә күсергә әҙерләнә. Күп йылдар беҙ “бабайҙар” ысулы менән эш иттек: планлаштырҙыҡ, проект булдырҙыҡ, төҙөүселәр һәм экспертиза өсөн айырым документтар әҙерләнек... Заман технологиялары ошондай процедураларҙан китеү мөмкинлеге бирә. Бының өсөн берҙәм һанлы киңлек булдырырға кәрәк, - тине Игорь Манылов. – Бөгөн ошо йүнәлештә алға ҙур аҙым яһаныҡ, бының өсөн Башҡортостанға рәхмәтлемен. Берҙәм мөхиттә башҡарыласаҡ тармаҡтарҙы билдәләнек: заказсыларҙы уҡытыу, берҙәм форматта экспертиза эшләү, милли проекттар нигеҙендә объекттар төҙөүҙе күҙәтеү, рөхсәттәр биреү. Тимәк, бер схема буйынса, берҙәм моделгә ярашлы эш итә башлайбыҙ. Был төбәктәр етәкселәренә һәм Рәсәй Хөкүмәтенә процестар менән һөҙөмтәле идара итеү, ә беҙгә үҙ эшебеҙҙе сифатлы башҡарыу мөмкинлеге бирә".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.