“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров “Атайсал” проектында ҡатнашырға теләк белдергән. Ул үҙе уҡыған Өфөләге 19-сы мәктәпкә шефлыҡ итә. Хәҙер бөгөнгө уҡыусыларға уңайлыраҡ шарттарҙа белем алһын өсөн ярҙам итә.
Бөгөн Рөстәм Әхмәҙинуров мәктәпкә барған. Ул уҡыу кластарын, ашхана, спорт залын ҡарап сыҡҡан. Үҙен уҡытҡан педагогтарҙы осратҡан, шулай уҡ йәш уҡытыусылар менән аралашҡан. Өлкән класс уҡыусылары менән дә һөйләшкән.
“Тәртип буйынса иң яҡшылар рәтенән булмаһам да, алған белемем был тормошта күпкә өлгәшергә ярҙам итте. Иң мөһиме – фекерләргә өйрәнергә. Педагогтар мине ошоға төшөндөрҙө, шуның өсөн уларға рәхмәт”, – тине ул.
Балалар ҙа уға үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Мәҫәлән, мәктәп ихатаһындағы спорт майҙансығын төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙеләр. Бөгөн был биләмә заманса түгел: махсус япма һәм хатта футбол ҡапҡаһы ла юҡ. Рөстәм Әхмәҙинуров был мәсьәләне ныҡлап өйрәнергә һәм спорт менән шөғөлләнеү уңайлыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ физика һәм химия кабинеттарына матди-техник базаны яңыртырға кәрәк икәнлегенә лә иғтибар итте.
– “Атайсал” проекты сиктәрендә беҙ тыуған урындарыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Мин бына үҙемдең мәктәбемә ярҙам итергә булдым. Беҙгә элек гел туптар етмәй торғайны, шуға һеҙгә спорт ҡорамалы килтерҙем, йәнә битлектәр килтерәсәкбеҙ, спорт майҙансығын төҙөкләндереү һәм сисенеү бүлмәләрен ремонтлау тураһында уйлаясаҡбыҙ, – тине ул.
Осрашыу аҙағында ул физкультура менән шөғөлләнеү өсөн волейбол һәм баскетбол туптарын тапшырҙы, шулай уҡ мәктәп туҡланыуы сифатын тикшерҙе.
Фото: bashkortostan.er.ru