Данир Фәхретдиновҡа 27 йәш кенә булһа ла, һөнәрҙәре бер нисә кешегә етерлек. Белеме буйынса ул баҫма эштәр оҫтаһы (Өфө полиграфия колледжын тамамлай), һөнәре – водитель (“Башавтотранспорт” идаралығында эшләй), ә күңел ҡушыуы буйынса – уйлап табыусы.
Үҙ ҡулдары менән техника яһаған оҫталар хәҙер әллә ни йыш осрамай. “Кулибин”, “алтын ҡуллы”, “башлы егет” тип йөрөтә халыҡ ундай оҫталарҙы. Шундайҙарҙың береһе Данир Фәхретдинов Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәй. Уның үҙ ҡулдары һәм аҡылы менән уйлап табылған техника иҫәбендә – мини-трактор, өс тәгәрмәсле йөк мотоциклы, сүп-сар ташыу велосипеды. Туғандары әйтеүенсә, уйлап табыуға, техникаға әүәҫлек бәләкәйҙән килә.
– Үҫмер саҡта олатайым тимер-томор менән булышҡанымды күреп, иретеп йәбештереү аппараты алып бирҙе. Шул мәлдән техник ижад менән етди шөғөлләнә башланым, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Данир.
Армияла хеҙмәт итеү егеттең техникаға ынтылышын көсәйтә. Техниканың төҙөлөшөн ҡыҙыҡһынып өйрәнә, иҫендә ҡалдырырға тырыша. Данир Мурманск өлкәһендә диңгеҙ пехотаһында водитель булып хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, күрше ауылда йәшәгән һөйгән ҡыҙы Эльвинаға өйләнә. Хәҙер улар ике бала тәрбиәләй. Йәштәр Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, байтаҡ ваҡытын ауылда үткәрергә форсат таба. Аҡҡолайҙа егеттең ата-әсәһе йәшәй. Ҡайтыу менән Данир гаражға ашыға, бөтә ваҡытын тиерлек шунда үткәрә. Нимәлер уйлап таба, эҙләнә, башланған эштәрен ослай...
– Ауылда һәр миҙгелдә эш күп. Мал-тыуарҙы ҡарарға, уларға аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Крәҫтиән хеҙмәтен нисек тә еңеләйтеү өсөн ҙур булмаған, әммә хужалыҡта кәрәкле, йылғыр, уңған ярҙамсыны үҙ ҡулдарым менән йыйҙым, – тип ғорурлана Данир мини-тракторы менән. Йәй уның ярҙамында бесән әҙерләгәндәр, ҡыш иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙартҡандар.
Ҙур булмаһа ла, трактор юғары класлы техника башҡарған бурыстарҙы үтәй. Еңел, күп урынды алмай, йөрөтөүгә уңайлы, тағылмалы арбаға ла һыя. Двигателе мотоблоктан алынған. Башҡа частары өсөн “Жигули” автомобиле “донор” булып хеҙмәт иткән. Мотоцикл да шул уҡ принцип буйынса йыйылған.
– Ә велосипедты уйлап табыуға сүп-сар реформаһы этәрҙе, – ти егет. – Йорттағы ҡыйҙы тоҡҡа тултыраһың да елдереп сүплеккә илтәһең.
Тимерхан ағай менән Динира апай ҙа улдарының мөғжизәле ярҙамсылар уйлап табыуына бик шат. Данирҙың техника менән мауығыуын хуплап, уға юғары уҡыу йортона инеп, белем алырға кәңәш итә. Егет өлгәшелгәндәр менән генә сикләнергә уйламай. “Ҡеүәтлерәк трактор йыйғым килә, бесән күбәләрен тейәп ташырлыҡ”, – тип йылмая Данир.