Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 15:37

Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы...

“Минең дә бәхеткә хаҡым бар!”

8 Март байрамы үтте-үтеүен, тик Нурзиләнең күңеле һаман болоҡһоу, кәйефе бөтөнләй юҡ. Әле лә ҡолағында бер үк һүҙҙәр яңғырай: “Бер нәмәгә лә эшкинмәйһең! Хатта ашарға ла тәмле итеп бешерә белмәйһең! Йүнһеҙ!”


Ире был һүҙҙәрҙе йыш әйтә, күнегеп тә бөткән кеүек, тик бына улар байрам көнөндә лә яңғырағас, ҡатынға ныҡ ауыр булды. “Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Ә мин бит тырышмайым түгел, тырышам... Ана, күрше ҡатынға ире байрамға рауза гөлләмәһен генә түгел, бүләген дә йәлләмәй...”
Нурзилә шундай уйҙарға бирелеп ултырҙы ла ғинуарҙа бәйләй башлаған шәленә тағы тотондо. “Яҙмыш – һәр кемдең ҡулында, тиҙәр. Минең дә бәхетле тормошҡа хаҡым бар бит...”. Ҡапыл ҡатындың күҙ алдына баҡсаларындағы күрше ир Мораҙым килеп баҫты. Һиҫкәнеп китте ул...

Йәкшәмбе иртән тәгәрмәсле ҙур сумкаһын һөйрәп, туҡталҡаға ҡарай йүнәлде Нурзилә. Яҙ ҙа етте, ҡыш буйы бармаған баҡсаһына юлланды ул. Көн дә бик матур күренә, ел дә иҫмәй. “Бәлки, күрше ҡатын да өйҙәлер. Ул йыл әйләнәһенә шунда йәшәй бит. Уға ла инеп хәлен белешермен, кискә кире әйләнеп тә ҡайтырмын”, – тип уйлап алды...
Тик бына ире Байтимер генә, һәр ваҡыттағыса, һөйләнә: “Кемгә кәрәк һинең сәскәләрең? Йәй буйы ыҙалап, ваҡыт үткәреп үҫтергән картуф менән помидорҙы күрше баҙарҙан да һатып алып була. Магазинда йәшелсә, еләк-емеш бөткәнме? Кәштә тулы улар. Аҡса эш­ләйһең бит, һатыр ҙа алыр­һың...” Эйе, бер ҡасан да аңламаны Нурзиләне ире, ярҙам итергә лә ашыҡманы, ғөмүмән, ҡатынының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға ла теләмәне. Ғаиләләрендә бар ауыр­лыҡ тиерлек – Нурзилә иңендә, шуға күрә ҡатын ҡаланан ярайһы алыҫ урынлашҡан баҡсаға ла үҙе генә йөрөргә күнеккән. Бөгөн дә, ялда сағында, барып әйләнмәксе булды.
Яҙ һулышы бында, ҡалалағы шау-шыу ҙа юҡ... Эргә-тирәләге ағастар ҙа ҡояштың нурҙарын ирәйеп таратыуын көтөп кенә тора. “Бына бында, исмаһам, рәхәт! Бер кем дә көн буйы мыжымай. Ғәжәйеп сихри тыныслыҡ. Саф һауаһы ғына ни тора! Атай-әсәйемдән ҡалған ер! Анау баҡсалағы өйҙө лә атайым күтәргәйне бит! Шул саҡта ул: “Ҡыҙым, ошо йорт һәр ваҡыт мине хәтерләтеп торһон. Зинһар, бер үк ерҙе һатып ҡуйма. Уның иң ҡәҙерле хазина икәнлеген хәтереңдән сығарма. Ер кешене ашата, туйындыра”, – тигәйне. Анау йәмле яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә тирә-яҡты йәмләп ултырған сәскәләрҙе әсәһе ултыртҡайны. “Күп йыллыҡтарҙы үҫтерергә яратам. Улар ғүмерҙең оҙон булыуын теләй кеүек”, – тип әсәһенең әйткән һүҙҙәрен дә йыш хәтерләй Нурзилә.
Эйе, ҡатындың ҡәҙерле атаһы менән әсәһе бик татыу йәшәне. Өс балаһын да һөйөү-хөрмәттә үҫтер­ҙеләр, төрлө һөнәргә өйрәттеләр. “Ҡыҙым, ниндәй генә эште атҡарһаң да, намыҫ менән үтә. Иң мөһиме – бар күңелеңде һал. Ғүмер бер генә, уның ҡәҙерен бел, бәхетле йәшә”, – тип әйткәйнеләр. Тик бына бәхетте ҡайҙан алырға? Балалар үҫте лә үҙ ояһын ҡорҙо. Хәҙер алыҫта йәшәйҙәр, бик һирәк кенә, танһыҡ ҡунаҡ булып, тыуған ергә ҡайтып китәләр. Нисек хәҙер тормоштан йәм табырға?
Байтимеренә бер күреүҙән ғашиҡ булып, яратып, үҙен бәхет­тең етенсе ҡатындағылай тойоп, ҡанатланып кейәүгә сыҡҡайны Нурзилә. Быға шаһиттар, һеҙ бәхет өсөн генә яратылған, шул тиклем матурһығыҙ, татыу йәшәгеҙ, тигәй­не. Тик бына иренең ҡырыҫлығы, тәкәбберлеге, үҙен эре тотоуы, һаранлығы, аҙ һүҙлелеге тора-бара ҡатындың күңелен тамам ҡаты ташҡа әйләндерҙе. “Бынау байрамда, исмаһам, бер генә сәскә булһа ла бүләк итә ала ине бит. Юҡ, булмағас, булмай инде бәхет. Ә бит тормош ошондай ваҡ ҡына шатлыҡтарҙан әүәләнә...”
Ҡатын ҡапыл күршеһе Мора­ҙымды күреп ҡалды. Ул баҡсаһы­нан бер ҙә ҡайтышмай: ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә шунда. Яңғыҙ кешегә бында еңелерәктер: эш менән үтә ял көндәре. Ул арала: “Һаумы, Нурзилә! Һин дә бындамы ни?!” – тип ҡысҡырҙы әллә ҡайҙан Мораҙым. Ҡатын уға йылмайып, сәләмләп ҡул болғаны ла баҡсаһындағы йортҡа инеп китте. Тулҡынланғайны...
Көн бик тиҙ үтте. Баҡсалағы эш һәм уйҙары менән артыҡ мауығып киткән, сәғәткә күҙ һалды ла, тиҙ генә әйберҙәрен алып, һуңғы автобусҡа йүгерҙе.
Ул арала көн боҙолдо: ныҡлап ҡар яуа башланы, көслө ел сыҡты, хатта буран сығыр кеүек тойолдо. Ә көткән автобусын алыҫтан ғына күреп ҡалды Нурзилә. Өлгөрмәне шул һуңғы автобусҡа. Был хәлгә бер аҙ аптырап торғас, баҡсаға кире барайым тип боролғайны, шаңҡып, албырғап ҡалды. Күршеһе Мораҙым, оҙон-оҙон аҙымдар менән шәп-шәп атлап, ҡаршыһына килә... “Нурзилә, көн насарланды, көслө ел сыҡты, өшөп бөтәһең бит. Әйҙә кире ҡайт. Шифалы бал, ҡарағат ҡайнатмаһы менән тәмле сәй эсербеҙ. Бынау һалҡын көндә сирләп ҡуйма инде...” – тип туҡтауһыҙ һөйләнде.
...Мораҙымдың хуш еҫле үлән­дәрҙән яһалған сәйен тәмләп эсте лә эсте Нурзилә. Һәр йотомо күңе­ленә шифа биргәндәй, күңелен тынысландырғандай тойолдо. Ҡатын ирҙең кинәйәләп һөйләгән­дәрен кинәнеп тыңланы ла тыңла­ны. Беренсе тапҡыр үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы кеүек хис итте. Ә тышта ап-аҡ ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Уға ҡушылған көслө ел ҡатындың күңелендәге ауыр йөктө, шик-шөбһәһен, ҡурҡыуын, борсолоуын, гүйә, осороп алып китеп, әллә ҡайҙарға аҙаштырҙы, юҡ итте. Был мәлдә ул хатта ҡалалағы ире хаҡында ла онотҡайны, кеҫә телефоны ла һүнгәйне...
...Тәрән уйға ҡалған Нурзиләне стенаға эленгән сәғәт телдәре ҡапыл һиҫкәндереп ебәрҙе: киске сәғәт һигеҙ тулған ине.

“Мин һине күптән, студент саҡ­тан уҡ яратам бит, Нурзилә! Шул ваҡытта уҡ һинең менән бергә бул­ғым килә ине, тик шул үҙемдең баҙ­натһыҙлығым, ҡыйыуһыҙ­лы­ғым... Иҫләйһеңме? Һин Өфөгә уни­вер­ситетҡа уҡырға ингән йыл­дың көҙөндә беренсе курста­ғылар өсөн махсус кисә ойоштор­ғайнылар...” – Мораҙымдың был һүҙҙәренән Нурзилә бөтөнләй өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды. “Ул мине күптән белә икән.. Ә мин... Ниңә бөтөнләй хәтерләмәйем һуң? Ҡасан күрҙем икән уны?..”
– Кисә лә, бөгөн дә ергә ап-аҡ ҡар яуыуын оҙаҡ күҙәттем, – тип һүҙен дауам итте Мораҙым. – Улар янымда ынйылай өйөрөлдө, миңә һырылды, ситкә китергә ашыҡ­маны. Тик бына һин, ғүмер буйы яратҡан кешем, эргәмдә түгел... Ә бөгөн янымдаһың! Үҙеңде сикһеҙ яратыуым хаҡында студент саҡта әйтә алмағайным, был мөмкин­лекте әле яҙмыш үҙе бүләк итте! Уҡыған саҡта һин бит миңә хатта күҙ ҙә һалмай инең. Сибәр, мыҡты кәүҙәле, татлы һүҙле, отҡор, ҡыйыу Байтимер булғанда, мин кем инде?! Шулай шым ғына ярата бирҙем. Их, шул саҡта барлыҡ ҡыйыу­лы­ғымды туплап, баҙнатһыҙлығымды ситкә этәреп, һөйөү хистәремде белдерһәм... Бәлки, яҙмышым да бөтөнләй башҡаса булыр ине. Ә хәҙер... һине хатта яратырға ла ярамай, был хаҡта бары хыялланырға ғына ҡала, Нурзилә...
Эйе, ул саҡта Байтимерҙең тышҡы матурлығына, мыҡты кәүҙәһенә, ҡыйыулығына, татлы һүҙҙәренә алданып, эргәһен­дәгеләрҙе күрмәне лә шул Нурзилә. “Их, йәшлек... Ҡайтһаң ине кире шул саҡҡа, юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытҡа. Бәлки, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине...”

– Университетта диплом ал­ғанда ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмәне “серле егеттән” тип тапшырғайнылар. Ул һин инеңме әллә? – тип шым ғына һораны ҡатын, ирҙең һағышлы күҙҙәренә бағып.
– Эйе, мин инем. Аҙаҡ һин кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда ла курьер аша шундай уҡ гөлләмә ебәргәйнем. Ғүмер буйы һине ситтән күҙәттем, ситтән ҡарап яраттым, һоҡландым һәм һинең менән берәй мәл күрешеүемә өмөт итеп йәшәнем. Шуға ошонда, атай-әсәйеңдең баҡсаһы эргәһендә, ер һатып алырға йөрьәт иттем. Был ва­ҡытта ҡатыным менән айыры­лышҡайным. Ул минең кемделер яратыуымды һиҙҙе, быны ғәфү итә алманы. Балаларыбыҙ ҙа булманы...
Икеһе лә йәнә шым ҡалды. Сте­налағы сәғәт телдәре генә ҡайҙа­лыр ашыҡты, туҡтауһыҙ текелдәне. Ә тыштағы ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Әллә күпме ваҡыт үткәндәй тойолдо ошо сихри тынлыҡта.
Унан Мораҙым ҡапыл телгә килде: “Әйҙә, Нурзилә, бөгөнгө осрашыу йәһәтенән ҡалалағы ресто­ранға барайыҡ. Хәҙер такси саҡыр­там”. “Юҡ, килешмәҫ. Мин бит тормоштамын. Өйҙә ирем көтә. Миңә ҡайтырға кәрәк”, – тине ҡатын. “Бер хилафлыҡ та юҡ, Нурзилә. Етмәһә, бөгөн – минең тыуған көнөм. Уны һинең менән бергә үткәргем килә. Ошо – берҙән-бер хыялым, зинһар, ҡаршы килмә...”
Ирҙең ҡарашынан тулҡынланған Нурзилә “юҡ” тип әйтә алманы.

...Тышта көслө ел дә, туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа бер аҙға тынып ҡал­ғандай. Хатта ҡалалағы шау-шыу ҙа артыҡ ишетелмәгәндәй. Был ваҡытта Нурзилә менән Мораҙым ресторан эргәһендә ине инде.
– Зинһар, бер минут ҡына көтөп тор әле, Нурзилә, – тип Мораҙым кинәт ҡайҙалыр китеп барҙы. Оҙаҡ та үтмәй, йәнә ҡатындың ҡаршыһына килеп баҫты. Ә ҡулында – теге йәш саҡта беренсе тапҡыр бүләк ителгән кеүек күҙҙең яуын алырлыҡ, ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмә!.. “Иң бәхетле көнөм бөгөн, Нурзилә! Ул бәхетте һин бүләк иттең!” – тип ир күҙҙәренән йәш атылып сыҡҡан ҡатынды сағыу сәскәләргә күмде...
Улар, ресторанға инеп, өҫтәл янынан урын алды. Ә эргәлә генә... Байтимер бер сибәр ханымға һөйөүен белдерә ине... Башҡаларҙы күрер хәлдә лә түгелдәр. Иренең асыҡтан-асыҡ ишетелгән һүҙҙәре Нурзиләнең мейеһен быраулап инде: “Мин һине генә яратам! Саҡ ҡына көт... Бына бөгөн ҡайтҡас уҡ ҡатынға барыһын да әйтермен! Иртәгә үк бергә булырбыҙ, йәнем!..”
Был һүҙҙәрҙе ишеткән, Нурзиләнең кисерештәрен йөрәге менән тойған Мораҙым уны йәһәт кенә урамға алып сыҡты. Тышта һаман да яуған ҡар ҡатынды ҡапыл аңына килтерҙе, саф һауа һулышын иркенәйтеп ебәрҙе.

“Тыныслан, Нурзилә. Мин һине шундай ныҡ яратам!..” – тип шыбырлап, һөйгәнен йылы ҡосағына алды, сикәһенән үпте Мораҙым. Ҡатын, ҡапыл тынысланып, иркен тын алып, иргә йылмайып ҡараны ла ҡосағына нығыраҡ һыйынды...
Йәнгә үткән ел күптән тынған ине. Ә ҡар һаман яуҙы ла яуҙы. Бер-береһен тапҡан йәндәргә, гүйә, ап-аҡ бәхет юраны...
Читайте нас