Һәр хужабикә аш-һыу бүлмәһенең һәр ваҡыт таҙа тороуы тураһында хыяллана. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бындағы сепрәк, таҫтамалдарҙың таҙалығы ла мөһим урында тора. Тик быны тәьмин итеү – мәшәҡәтле эш, шуға күрә бер нисә кәңәш биреп, уны еңеләйтәйек.
Ҡайҙа бысратмайһың, шунда таҙа, тиҙәр. Үтә бысраҡ таҫтамалдарҙы йыуғансы, уны бындай хәлгә еткермәү күпкә яҡшыраҡ, әлбиттә. Аш-һыу бүлмәһе өсөн етен йәки кизе-мамыҡ туҡымалы таҫтамалдар һайлағыҙ. Йөнтәҫ булһа, нығыраҡ бысрай һәм ауырыраҡ йыуыла. Таҫтамал йәки сепрәк бысранғас та йыуа һалығыҙ. Оҙағыраҡ йөрөткән һайын, бысраҡ туҡымаға нығыраҡ һеңә.
Йыуыр алдынан тәүҙә берәй иретмәлә тотоу файҙалыраҡ булыр. Бына бер нисә ысул:
u гәрсис онтағы. Ярты литр ҡайнар һыу өсөн 50 грамм порошок кәрәк. Килеп сыҡҡан иретмәне эҫе һыуға ҡояһың да сепрәктәрҙе һалып төнгөлөккә ҡалдыраһың.
u кер һабыны. Өс литр йылы һыуға ҡырғыс аша үткәрелгән ярты киҫәк һабын етә. Майлы таптар биш сәғәттән юҡҡа сығыр. Аҙаҡ сепрәктәрҙе йыуып алырға кәрәк.
u скипидар. Бер литр һыуға бер аш ҡалағы скипидар һалаһың да сепрәктәрҙе 8 сәғәткә ҡалдыраһың. Аҙаҡ сайып алыу ҙа етә.
u сода. Ике-өс аш ҡалағы соданы бер литр һыуға һалып, саҡ ҡына эфир майы тамыҙаһың. Был иретмәлә өс сәғәт тоторға кәрәк.
u водород перекисы. Уны туранан-тура тапҡа ҡойорға йәки әҙерәк һыуға һалып иретергә була. 40 минуттан йыуырға кәрәк.
u һауыт-һаба йыуыу сараһы. Уны раковинаға уҡ һалып ҡалдырырға була. 1,5-2 сәғәт етә.
u нишатыр спирты. Биш аш ҡалағы спиртҡа 10 аш ҡалағы сода ҡушып, биш литр һыуға һалырға. Сепрәктәрҙе биш сәғәт тоторға кәрәк.