Мин – Нәркәс Төлкөбаева. Күркәм тәбиғәтле, таланттарға бай Әбйәлил районының Салауат ауылында донъяға килгәнмен. Бала саҡтан атай-әсәйемдең мөхәббәтенә төрөнөп үҫтем шуға ла үҙемде бик бәхетле тоям. Сибай ҡалаһында уҡыу йортон тамамланым. Әлеге ваҡытта “Яҡты-күл” шифаханаһында эшләйем.
Хыялым – бер урында туҡтап ҡалмайынса, үҙ-үҙемде үҫтереү, сит илдәргә сәйәхәт итеү һәм, иң мөһиме, атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урынымды табып, лайыҡлы кеше булыу.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.