Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 13:19

Ауылда спорт нисек үҫешә?

Балалар нимә менән шөғөлләнә?

Республикабыҙҙағы халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Ҡалаларҙа ғына түгел, райондарҙа ла спорт үҫеше мөһим, сөнки кеше һау булғанда, спорт менән шөғөлләнгәндә һәм сәләмәт тормош алып барғанда ғына күп сирҙәрҙе, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын да еңеп буласаҡ.


Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты “Ауылда спорт мәктәптәре һәм балалар-үҫмерҙәр мәктәптәре: проблемалар һәм үҫеш перспективалары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Был сараның модераторы комитет рәйесе урынбаҫары Ирек Зарипов булды.


– Башҡортостан Республикаһы – илебеҙҙә спорт буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Шуны әйтергә кәрәк, спорт киңерәк таралһа, уға күптәр йәлеп ителәсәк, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин. – “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралған тема күп осраҡта һауыҡтырыуға һәм ауылда балаларҙың буш ваҡытын ойоштороуға бәйле. Ауылдарҙағы спорт мәктәптәре ҡатмарлыҡтар менән үҫешә. Мәсьәләләрҙе хәл итеү финансҡа ғына түгел, иғтибар талап иткән һәм бергәләп эшләгәндә генә көйләнәсәк ойоштороу сараларына ла бәйле.


Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимовтың белдереүенсә, Башҡорт­остандағы 54 район тик ауылдарҙан тора. Уларҙағы спорт һәм балалар спорт мәктәптәренең хәле хаҡында “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү барҙы. “Ауыл тренеры” программаһы хаҡында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Башҡортостанда барлыҡҡа килде. Программаға ярашлы, белгестәргә 600 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Уны өй һатып алыу йәки төҙөү өсөн файҙаланырға мөмкин.


Өҫтәүенә, республикалағы 46 мәктәптә көрәш залдары асылды. 2024 йылға тиклем был һан 200-гә тиклем етер тип көтөлә. Бынан тыш, тағы заманса 16 спорт комплексы барлыҡҡа киләсәк. Был иһә балаларҙың спорт менән ныҡлап шөғөлләнеүенә, уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға һәм яңы чемпиондарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк.


Сарала шулай уҡ республиканың Уҡыусыларҙы физик тәрбиәләү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы етәксеһе Марсель Йосопов, Әлшәй районы хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәдрисламов һәм башҡалар сығыш яһаны. Сарала тармаҡта кадрҙар, финанс һәм кәрәкле спорт ҡоролмаларының етешмәүе хаҡында һөйләшеү булды.


Марсель Йосопов яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән спортсыларҙы бүтән төбәктәргә ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙә ҡалдырыу юлдарын эҙләүҙәре хаҡында әйтте.

,

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, кадрҙарға бәйле проблемалар хаҡында һөйләне.


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физик культура һәм кеше сәләмәтлеге институты директоры Александр Костарев балалар спортының кадрҙар мәсьәләһе, ауыл мәктәптәре өсөн тренерҙар әҙерләү проблемалары хаҡында һөйләне. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы көрәш күнекмәләрен дә белһә, дәрестәрҙән һуң, кисен, балаларға күнекмәләр үткәрә алыр ине”, – тине Александр Юрьевич.


“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ауыл спортын кадрҙар менән тәьмин итеү, спорт сараларын ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һөйләште. Ауылдарҙа сәләмәт тормошто, спортты киң пропагандалау тәжрибәләре ҡаралды. Сарала әйтелгән тәҡдимдәр анализланасаҡ һәм “түңәрәк өҫтәл” тәҡдимдәрендә сағылыш табасаҡ.


Динар ӘХМӘДРИСЛАМОВ, Әлшәй районы хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе:

– Әлшәй районында сәләмәт тормошто алып барыу эше һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт буйынса ғына түгел, башҡа ойошмалар, хеҙмәт коллективтары тарафынан да ойошторола.


Мәҫәлән, йәш хоккейсылар араһында “Алтын шайба” республика ярышы, ҡышҡы олимпиадалар, еңел атлетика кросы, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите бүләктәренә һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар даими үткәрелә. Район ярыштарында йәмғеһе 9360 бәйгесе ҡатнашты.



Читайте нас