Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында Матбуғат фестивале үтте. Сараны республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойошторҙо.
Фестиваль республиканың барлыҡ матбуғат баҫмалары, телевидение, радио вәкилдәре һәм буласаҡ журналистар – студенттар ҡатнашлығында үтте. Аралашыу, фекер алышыуҙың бындай форматы бушҡа һайланманы: сарала башлыса тармаҡҡа яңы кадрҙар йәлеп итеү, йәштәрҙе әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.
БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина журналистика бүлегендә белем алған студенттар тураһында һөйләне. Әйтеүенсә, был йүнәлеш буйынса 290 кеше белем ала, уларҙың 120-һе - көндөҙгө бүлектә, ҡалғандар ситтән тороп йәки магистратурала уҡый. Студенттар араһында күрше өлкәләрҙән, шулай уҡ сит илдәрҙән килгәндәр ҙә бар. Элекке кеүек башҡорт, рус һәм татар бүлексәләренә айырыу юҡ, барыһы ла бергә уҡый. Студенттар төрлө яҡлы белем ала, уларҙы, университет уҡытыусыларынан тыш, ситтән килеп тә уҡыталар. Гөлфирә Абдуллина факультеттың хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуы тураһында белдерҙе.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов тармаҡтағы проблемалар тураһында бәйән итте.
"Бөгөн смартфоны булған һәр кем - фотограф, социаль селтәрҙә сәхифәһе бар һәр кем журналист булып китте. Был дөрөҫ түгел, беҙгә ныҡлы әҙерлекле белгестәр, классик белемле ысын журналистар кәрәк. Әлеге ваҡытта һәр кемдең ҡулында интернетлы гаджеттар, бөтә ерҙә уларҙан мәғлүмәт алабыҙ. Беҙҙең эшләп йөрөгән журналистар ҙа “һан”ға күсә, яңыса алымға өйрәнә. Тик, минеңсә, был саманан артып китте, кешеләрҙең сифатлы гәзит материалдары уҡығыһы килә башланы, – тине ул. – Ни тиклем яҡшыраҡ уҡыһағыҙ, шул ҡәҙәр белемегеҙ, даирәгеҙ киңәйәсәк, тимәк, эш хаҡығыҙ ҙа юғарыраҡ, үҙегеҙ кәрәк буласаҡһығыҙ. Шуға күрә тырышып ғилем туплағыҙ, бөгөндән матбуғат баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итегеҙ".
Башҡортостанда быйылдан тармаҡтағы кадрҙар ҡытлығына ныҡлы иғтибар ителде, ошо йүнәлештә хәлде үҙгәртеү өсөн маҡсатлы эш башланды. Журналистика бүлексәһендә уҡыған студенттар Матбуғат йортона, телевидение һәм радиоға барып журналистар менән танышты - хеҙмәттәшлек башланды.
"Русса яҙғандар - “Республика Башкортостан”, башҡорт студенттары “Башҡортостан” гәзитенә барҙы. Коллективтар менән матур осрашыуҙар үтте. “Республика Башкортостан” әүҙем студенттарҙың яҙмаларын туплап баҫтырып та сыҡты. “Башҡортостан” да йәштәрҙе ҡанаты аҫтына алды. Тик ҡайһы бер студенттар юғалды, йәштәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырам", – тине Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова.
Пленар өлөштән һуң фестиваль секциялар ултырышында дауам итте. Бөтәһе дүрт секция эшләне: “Башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғат баҫмалары”, “Рус һәм татар телдәрендәге ваҡытлы матбуғат баҫмалары, интернет-баҫмалар, яңылыҡ порталдары, мәғлүмәт агентлыҡтары”, “Теле һәм радиотапшырыуҙар” (башҡорт телендә), “Теле һәм радиотапшырыуҙар, матбуғат хеҙмәте” (рус телендә).