11 апрелдә, кешенең Йыһанға тәүге тапҡыр осоуына 60 йыл тулыр алдынан, беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй Йыһан диктанты ойошторола.
Диктант офлайн майҙандарҙа ла, онлайн режимда ла ойоштороласаҡ.
Диктант яҙыуҙың үҙәк майҙаны тип ВДНХ-лағы “Йыһан” павильонында урынлашҡан “Космонавтика һәм авиация” үҙәге билдәләнгән.
Шулай уҡ был сараға Йондоҙҙар ҡаласығы, Осоуҙар менән идара итеү үҙәге, космодромдар, планетарийҙар, кванториумдар һәм махсуслаштырылған мәктәптәр ҙә йәлеп ителәсәк.
Ҡатнашыусыларға йыһан тармағына нигеҙ һалыусылар, баш конструкторҙар, космонавтика тарихы, уға ҡағылышлы ваҡиғалар тураһындағы һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк.
Уларҙы Халыҡ-ара йыһан станциялары, йыһан тураһындағы фильмдарҙа төшкән билдәле артистар, Роскомос етәкселәре, йыһан тармағы белгестәре уҡып ишеттерәсәк.
Трансляцияны Бәйләнештә социаль селтәрендәге “Йыһан ” (“Космос”, vk.com/space) төркөмөндә, “Космонавтика һәм авиация” үҙәге, ВДНХ сайтында ҡарарға буласаҡ. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәр VK Comboға бер йылға бушлай яҙылыу отасаҡ, ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, шулай уҡ, “Роскосмос “ дәүләт корпорацияһының бер сараһына барыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Диктант 11 апрелдә, 10:00 сәғәттә башлана.